«Бәләкәйҙән артист булырға хыялландым»

Шулай ти Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы Урал Әминев. Әле уҡырға төшмәҫ элек үк концерттарҙа сығыш яһап йөрөгән малай өлкәндәр менән бергә хатта күрше ауылдарға ла сыға. Бейергә ярата һәм үҫкәс, үҙен тик сәхнә кешеһе итеп кенә күрә. Йырсымы, бейеүсеме, драма театры артисымы – мөһим түгел.
Ә бала саҡта нимә тураһында ныҡ итеп хыялланһаң, шул тормошҡа аша, тиҙәр бит. Урал Әминев менән дә нәҡ шулай килеп сыға. Йәш, талантлы артист бөгөн беҙҙә ҡунаҡта. Әйҙәгеҙ, үҙе менән яҡынданыраҡ танышайыҡ әле.

– Урал, иң беренсе сиратта, гәзит уҡыусыларыбыҙҙы һинең ҡайһы яҡтан булыуың ҡыҙыҡ­һындырыр, моғайын. Шулай итеп, ҡайҙа тыуып, буй еткер­ҙең?
– Иҫ китмәле матур тәбиғәтле Бөрйән районының Кейекбай ауылында 1985 йылда донъя­ға килгәнмен. Ғаиләлә биш бала үҫтек. Мин – иң кесеһе.
– Бәләкәй саҡта ниндәйерәк малай инең?
– Төпсөк бала булғас, иркә генә булғанмын. Атайым менән әсәйем ҡайҙа барһа ла, мине үҙҙәре менән алып йөрөткән. Кино, концерттарҙан да ҡалдырмағандар. Ул ваҡытта һинд фильмдарының ныҡ популяр сағы. Артистарының үҙҙәре йырлап-бейегәнен иҫем китеп ҡарай торғайным. Тик аҙағын ғына күрә алмайым, йоҡлап китәм. Өйгә атайым күтәреп алып ҡайта. Бейеүгә ҡарата һөйөү шул ваҡытта уянғандыр, тип уйлайым. Юғиһә, минең менән айырым шөғөлләнгән кеше булманы ла инде.
Сәсеү, урыу ваҡытында өлкән ағай-апайҙар менән бергә мин дә сығыш яһап йөрөнөм. Трактор санаһына ултырып та, ат менән дә күрше Шүлгән, Мәндәғол ауылдарына сығып китәбеҙ. Беҙҙең район – таулы, урманлы яҡ. Юлда төрлө хәлдәргә лә осрап ҡуяһың ҡайһы саҡта. Шулай Әтек ауылында концерт ҡуйҙыҡ та төнөн Ағиҙел йылғаһы буйлап ҡайтып киләбеҙ. Артта ғына ултырам. Бер заман ат һөрлөгөп китте лә мин ни еңел генә кеше әллә ҡайҙа барып төштөм. Баҡтиһәң, хайуанҡайҙың аяғы мәкегә төшкән булған икән. Улай ҙа артыҡ зыян күрмәнек, имен-аман ҡайтып еттек.
– Йыр-моңға һөйөү һиңә ҡай­ҙан килә?
– Атайым яғынандыр. Ул үҙе ҡурайҙа уйнай. Бер туған ҡус­тыһы Мәжит циркта эшләй, акробат. Өлкән ағаһының ҡыҙы Сәлимә – бейеүсе. Ҡазанда Ғәлиәскәр Камал исемендәге театрҙа балетмейстер булып эшләй. Һығылмалылыҡ уларҙан килә. Йырламаһа ла, бейемәһә лә, әсәйем дә – сәнғәткә ныҡ ғашиҡ кеше. Шуға мине лә бер ваҡытта ла тыйманылар. Һуңға ҡалып ҡайтҡан саҡтар ҙа бул­ғандыр, хафаланғандарҙыр ҙа, әммә бер ҡасан да, бармайһың, йөрөмәй­һең, тимәнеләр. Үҙҙәре лә бер концертты ҡалдырмайҙар.
– Мәктәптә нисек уҡының?
– Һәйбәт кенә. Йыл һайын төрлө фәндәр буйынса олимпиадаларҙа ҡатнаштым. Приз­лы урындар алдым. Шуғалыр инде һәр уҡытыусы мине үҙенең предметы буйынса әҙерләргә тырышты. Бөтә фәндәрҙе лә яраттым. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен – айырыуса. «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү бәйгеһендә биш йыл рәттән ҡатнаштым. Уны дүрт: баш­ҡорт, урыҫ, инглиз, төрөк телдәрендә һөйләп, Гран-при алған сағым да булды. Сит телдәр менән ҡыҙыҡһынам. Үҙ алдыма француз йырҙарын өйрәндем. Инглиз теле лә оҡшай.
Тик уҡырға төшкәс, ни өсөндөр бейергә генә оялдым һәм мәктәпте бөткәнсе уны оноттом. Йырланым, спектаклдәрҙә ҡатнаштым. Сәхнәгә сығып, көләмәстәр, төрлө ҡыҙыҡтар һөйләргә яраттым. Хәтеремдә, балалар өсөн көләмәстәрҙе күберәк «Йәншишмә» гәзитенән ала торғайным. Малайҙар менән үҙебеҙ ҙә уйлап сығарҙыҡ.
– Шулай ҙа нисек театр артисы булып киттең?
– Х – ХI синыфты район үҙәгендә уҡыным. Төрлө мәҙәни сараларҙа йыш ҡатнаштым. Мәктәптең үҙендә драма түңәрәге эшләй ине. Унда ла йөрөнөм. Шулай ныҡ әүҙемләшеп киттем. Ә бер көндө район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе саҡырып алды ла Щепкин исемендәге юғары театр училищеһына уҡыусылар йыйыуҙары һәм унда мине ебәрергә теләүҙәре хаҡында әйтте. Ул ваҡытта төпкөл ауылда үҫкән малайға Мәскәү әллә нимә булып күренгәйне. Шулай ҙа тәүәккәлләп ҡарарға хәл иттем. Һайлап алыу туры ошо үҙебеҙҙең театр­ҙа үтте. Жюриҙа – шулай уҡ театр актёрҙары. Сығышымдан былай ҡәнәғәт ҡалған кеүек булдылар, тик буйыма ғына бер аҙ бәйләнделәр. Бәләкәй инем шул. Етенсе синыф уҡыу­сыһы һымаҡ ҡынамын. «Мин үҫәсәкмен. Нәҫелебеҙҙә барыһы ла буйға оҙондар. Ышанмаһағыҙ, ана, коридорҙа ағайым тора, инһенме?» – тип ны­ҡышам.
Ағайымды саҡырып индер­ҙеләр. Ул минән 10 йәшкә өлкәнерәк. Мыҡты кәүҙәле, осоу­сы булып эшләп йөрөй.
Тегеләрҙе ышандыр­ҙым, тип тыныс күңел менән ҡайтып киттем. Икенсе этапҡа килгәндә исемлекте ҡараһам, минең фамилия юҡ. 15 ба­ланан тор­ған 10 төркөм йыйыл­ған. Ҡойолоп төштөм дә ҡуй­ҙым. Иң беренселәрҙән булып театрға Гөлли Арыҫлан ҡыҙы килде. Кем икәнен яҡ­шы бел­һәм дә, исеме иҫ­кә төшмәй ҙә ҡуя бит. Тулҡынланыуҙан­дыр инде. Ҡай­ғымды һөйләп бир­ҙем. «Борсолма, ҡустым. Сығышыңды яҡшы хәтерләйем. Мин һине үҙемдең төркөмөмә алам», – тине. Бер аҙна шөғөлләнгәндән һуң мәскәү­ҙекеләр алдында имтихан тоттоҡ. Делегацияла Гөлли Мөбәрәкова ла булды. «Ауылдар буйлап шундай саҡматаштарҙы эҙләй­һегеҙ. Бына ул – һеҙҙең алдығыҙҙа. Иң төпкөл рай­ондар­ҙың береһе Бөр­йәндән килеп сығыш яһаны. Етмәһә, дүрт телдә», – тип минең өсөн хәл иткес һүҙҙәр әйтеп ебәрҙе. Тегеләр аптырап ҡалды. Ысынлап та, бер ниндәй цивилизация булмаған ауыл малайы сит телдә сығыш яһап торһон әле! Мин «Урал батыр»ҙы һөйләгәйнем. Алдылар. Шулай июнь айында уҡ синыфташтарым араһында иң беренселәрҙән булып уҡырға индем. Ә алда «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса республика бәйгеһе көтә. Ул Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында үтте. Ләкин миндә сығыш яһау ҡайғыһы киткәйне инде. Шулай ҙа 43 райондан килгән ҡатна­шыу­сылар ара­һында бишенсе урын алдым. Бер номинацияла еңеп, ҡурай ҙа бүләк иттеләр әле.
Мәскәүҙә лә һәйбәт уҡыным. Зачёткала ла, дипломда ла бер «дүртле» юҡ. Училищены ҡы­ҙыл дипломға тамамланым. Хәҙер ун йыл инде республикабыҙҙағы иң абруйлы театр­ҙарҙың береһендә эшләп йөрөйөм. Сәхнәне шул тиклем яратам.
– Иң беренсе ролеңде хәтерләйһеңме?
– Әлбиттә. Зәйнәб Биишеваның «Һөнәрсе һәм өйрәнсек» әҫәре буйынса ҡуйылған «Серле көршәк» спектаклендә – Һөнәрсе роле. Балалар спектаклдәрендә уйнау айырыуса ныҡ оҡшай. Әлеге көндә театр­ҙа нисә әкиәт ҡуйылһа, шулар­ҙың барыһында ла ҡатнашам. Өлкәндәр өсөн иң беренсе Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның «Минең ғаиләм» спектаклендә уйнаным. Таңсулпан Ғарипованың «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға»һындағы – Мәсем хан, Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә»һендәге – Диуана, «Руди – NEVER OFF…»тағы – Рудольф Нуриев, Айгиз Баймөхәмәтовтың «Хы­ял­ға ҡаршы»һындағы – Фәрит, Әнғәм Атнабаевтың «Балаҡай­ҙарым»ындағы Дамир ролдәре – барыһы ла күңелемә бик яҡын, ҡәҙерле.

«Самрау» балалар студияһы.

– Ә бейеү бөтөнләй онтолдомо ни?
– Юҡсы. Мәскәүҙә хореография, пластика менән шөғөлләндек. Шунда бейеүгә яңынан тартыла башланым. Хатта «Байыҡ»та ҡатнашып, беренсе урын алдым әле. Сулпан Асҡарова «Бабич ялҡыны», «Бишбармаҡ» тигән бейеүҙәр һал­ғайны. Былай концерттарҙа ла сығыш яһайым. Сәлимә апайым минең өсөн «Салауат Низаметдинов» бейеүен ҡуйҙы. Спектаклдәрҙә генә түгел, бейеү аша ла ярат­ҡан геройҙарымды сағылдыра алыуым менән бәхетлемен.
– Урал, һин театр ҡарамағында эшләп килгән «Самрау» балалар студияһын да етәкләйһең түгелме әле?
– Тап шулай. Студия асыл­ғандан бирле эшләйем. Хәҙер биш йыл инде. Быйыл етәксеһе итеп тәғәйенләнеләр. Балалар менән эшләү шул тиклем рәхәт. Бында улар бейергә, йырларға, сәхнә теленә, оҫталығына өйрәнә. Ошонда эшләгән билдәле артистарҙан һабаҡ алалар. Мә­ҫәлән, танылған актриса Су­фия Ҡорбанғәлиева сәхнә теленән дәрестәр бирә, Юлиә Ғәләүетдинова улар менән төрлө күнекмәләр үткәрә, мин үҙем бейеү серҙәренә төшөндөрәм. Ә театрыбыҙҙың йәш, талантлы режиссёры, минең курсташым Илсур Ҡаҙаҡбаев матур-матур әҫәрҙәр сәхнәләштерә. Араларында ҙур сәхнәлә өлкәндәр өсөн ҡуйылған спектаклдәрҙә ҡатнашҡандар ҙа бар. Уларҙың уңыштарын күреү минең өсөн дә оло ҡыуаныс.
– Урал, мауыҡтырғыс әңгәмәң өсөн рәхмәт. Киләсәктә лә шулай хеҙмәтеңдән йәм табып, йөҙөп йөрөп эшләүеңде теләйбеҙ.

Ошо көндәрҙә Урал ҙур ҡыуаныс кисерә. Уға Шәйехза­да Бабич исемендәге рес­публика дәүләт йәштәр премияһы тапшырылды. Ҡот­лайбыҙ!

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әңгәмәләште.

 

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code