Бәлә башы кемдә?

ЦСКА менән уйындан һуң юлаевсылар Ярославлдә «Локо­мотив»тан да еңелделәр. Ә бит иҫәп 2:0 ине, беҙҙең файҙаға. Тағы нимә булды? Һаҡлана белмәйбеҙ. Һөжүм артынан һөжүм башланһа, ҡалтырай ҙа төшә ҡайһы бер хоккейсыларыбыҙ. Шунан инде китә тупаҫ хаталаныуҙар, штраф ваҡыты алыуҙар. Ярай әле был юлы бер мәрәй яуланыҡ, сөнки өҫтәмә ваҡытта отолдоҡ – 2:3.

Генераль менеджерыбыҙ баш тренер Эркка Вестерлундҡа һүҙ тейҙермәй, һаман да яҡлай. Йәнәһе лә, хәлде яҡшыртырға ваҡыт бар әле. Ә командабыҙ аҫҡа тәгәрәгәндән-тәгәрәй. Көнсығыш конференцияла беренсе булырға һүҙ биргәйнеләр, бер нисек тә килеп сыҡмай. Былай барһа, плей-оффҡа эләгеү ҙә ҡыйынлашасаҡ.
Сочиҙа «Салауат Юла­ев», ниһайәт, еңде – 3:1. Әйткәндәй, беҙҙең хоккейсылар өс голды ла күпселектә ҡалғанда индерҙе. Шуларҙың хәл иткесе – Линус Умарк иҫәбендә.
Өфөлә «Аҡ Барс» менән уйынды кем ҡарамаған, уларға күрергә яҙмаһын. 0:5 иҫәбе менән ҡыйратып ҡайтып китте ҡунаҡтар. Әҙәм көлкөһө, исмаһам, бер гол да индерә алманыҡ. Был уйында күрҙек инде «Салауат Юлаев»тың көсөн. Улай ғына ла түгел, «Аҡ Барс» беҙгә уртаса бер команда булып барғаныбыҙҙы ла белдерҙе.
Юлаевсылар киләһе уйындарын Түбәнге Камала һәм Ҡазанда үткәрә. Тағы ла ҙур һынауҙар инде. Нисек уйнарбыҙ, ҡаршы тора алырбыҙмы?

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code