Бәйгеләрҙә һынатҡаным юҡ

Мәктәбебеҙҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы үткәрелде. Тәүге көнөндә шиғыр һөйләүселәр конкурсы булды. Унда ҡатнашыусылар күп ине: I синыфтан Әҙилә Ултраҡова ярышты башлап ебәрҙе, өсөнсөнән Айгүзәл Билалова, дүртенсенән Ынйы Мөхәмәҙиева, Зөлхизә Ҡансурина, Линара Аҡъюлова, бишенсенән Таңсулпан Илбәкова, Ирәндек Ишемғолов, Азамат Ҡадаев, Арыҫлан Бохарбаев, алтынсынан Арыҫлан Евтеев, етенсенән Илсиә һәм Илсинә Илбәковалар, һигеҙенсенән Айзилә Ишҡыуатова, беҙҙең синыфтан Әминә Асҡарова һәм мин дауам иттек. Сығыш яһаусыларҙы баһалама ағзалары – мәктәптең урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы Раян Ҡадир улы Байғужин, биология уҡытыусыһы Дилә Искәндәр ҡыҙы Низамова, инглиз теле уҡытыусыһы Ләйсән Шәфҡәт ҡыҙы Байғусҡарова иғтибар менән тыңлап, еңеүселәрҙе билдәләне.

Шулай итеп, башҡорт теле тураһында шиғырҙы иң оҫта һөйләүсе булып дүртенсенән Зөлхизә Ҡансурина танылды. Баш­ҡалар ҙа төрлө номинацияла урын алды, һәр ҡатнашыусы айырым билдәләнде. Аҙаҡ конкурстың йомғаҡлау өлөшөндә баһалама ағзалары һәр беребеҙгә кәңәштәрен әйтеп, киләһе ярыштарҙа ла шулай әүҙем булырға саҡырҙы.
Был бәйгелә ҡатнашыу беҙҙе ҡыйыу, үткер булырға өйрәтте, тасуири уҡыу, тамашасы алдында сығыш яһау оҫталығын арттырҙы.

Шафиҡ ИШЕМҒОЛОВ, IX синыф уҡыусыһы.
Хәйбулла районы, Ғәлиәхмәт мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code