Бәйге башланды!

Ҡәҙерле йәш шахматсылар, һеҙ әҙерһегеҙме? Яңы шахмат конкурсын иғлан итәбеҙ. Октябрҙә башлап, декабрь бөткәнсе 10 мәсьәлә, башлыса миниатюралар (фигуралар һаны 7-гә тиклем), тәҡдим ителәсәк. Һөҙөмтәләр ғинуарҙа билдәле буласаҡ. Тимәк, 2018 йылға «Йәншишмә»гә яҙылып ҡуйырға кәрәк инде.
Бәйгелә мәктәп, лицей, гимназия уҡыусылары, шахмат түңәрәге ағзалары ҡатнаша ала. Еңеүселәрҙе редакцияның Почёт грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләге көтә.
Яуаптарығыҙҙы ебәргәндә тулы исем-шәрифегеҙҙе, адресығыҙҙы, ҡайһы мәктәптә, нисәнсе синыфта уҡығанығыҙҙы күрһәтергә онотмағыҙ, йәме.
Мәсьәләләрҙе сисеүгә 10 көн ваҡыт бирелә. Яуаптарығыҙҙы гәзиттең электрон почтаһына һуңлатмайынса ебәрегеҙ.

Беренсе мәсьәлә.

Беренсе мәсьәлә

Аҡтар башлай ҙа ике йөрөштән мат ҡуя.
Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Кра7, Фһ4, Сf8, Кb6, пd7 (5 фигура), ҡаралар – Крс7, Кс5 (2 фигура).
Мәсьәләнең авторы – В. Пильченко (Сухой Лог ҡалаһы, 1989). Уны сискәндә шуны иҫтә тоторға кәрәк: d7-ләге пешка теләһә ниндәй фигураға әйләнә ала. Өс вариантты ла күр­һәтергә.

Икенсе мәсьәлә.

Икенсе мәсьәлә

Аҡтар башлап, шулай уҡ ике йөрөштән мат ҡуйырға тейеш.
Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крg5, Фb4, пс3 (3 фигура), ҡаралар – Кре5, Сd5, пd6 (3 фигура).
Был мәсьәләне Дондағы Ростовтан С. Радченко (2004) төҙөгән. Аҡтарҙың беренсе йөрөшөндә ҡара королгә ҡур­ҡыныс янамай. Мат уны көсһөҙләндерергә мәжбүр иткәс кенә ҡуйыла. Сиселештең ике вариантын да табырға кәрәк.

Өсөнсө мәсьәлә.

Өсөнсө мәсьәлә

Аҡтар башлай ҙа ике йөрөштән мат ҡуя.
Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крс5, Фһ1, Лg1, Сd3, пс2 (5 фигура), ҡаралар – Крс3 (1 фигура).
Был мәсьәләнең авторы – С. Радченко (2004). Сиселештең ике варианты бар.

Дүртенсе мәсьәлә.

Дүртенсе мәсьәлә

Аҡтар башлап, был юлы ла ике йөрөштән мат ҡуйырға тейеш.
Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крf7, Фb4, Сf3, Ке3 (4 фигура), ҡаралар – Кре5, Кb6, пf5 (3 фигура).
Миниатюраны Польшанан Э. Зиммер төҙөгән (2004). Ул ҡыҙыҡлы йөрөш менән сиселә. Өс вариантты ла табырға кәрәк.

ШАХ БАБАЙ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code