Бүреләр күбәйгән

Быйыл ҡыш ҡар йоҡа булды. Шуға ла йыртҡыстар урман йәнлектәрен аулай алмай. Ирекһеҙҙән улар кеше йәшәгән урындарға яҡынлашырға мәжбүр. Бына әле Ҡариҙел районының Ҡараяр ауылы янында бүреләр күбәйгән. Йыртҡыстар урам эттәрен, ҡураларға үтеп инеп, ваҡ малдарҙы тамаҡлай. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, эргә-тирәләге урманда 20 башлап бүре бар.

Уларҙы атыуға рөхсәте булған һунарсыларҙың береһе Илшат Әхмәтовҡа ҡан эҙҙәре буйлап йыш ҡына урман санитарҙарын ҡыуаларға тура килә. Яңыраҡ икәүһен атып алған.
Төбәктә йыртҡыстарҙың ишәйеүе хаҡында район етәкселегенә лә мәғлүм. Оператив кәңәшмәлә уларҙың популяцияһын контролдә тотоу юлдары хаҡында фекер алышына һәм бүре атып алған һунарсыларҙы дәртләндереү саралары тураһындағы тәҡдим ҡарала.
Был йән эйәләре урмандарҙағы төп санитар булараҡ та билдәле. Шуға ла һунарсыларға өҫтәмә рөхсәт таратыу – уларҙы бөтөрөү тигәнде аңлатмай. Йырт­ҡыс­тарҙың үрсеүен контролдә тотоу һәм халыҡҡа хәүеф сығанағын ғына юҡҡа сығарыу мөһим, тип билдәләй белгестәр.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code