Бүләккә — юллама

ЗиннатИюнь айында Рәсәй мә­ғарифты күҙәтеү хеҙмә­те, күренекле сәйәхәтсе Дмитрий Шпароның «Ма­жара клубы» фонды Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырғанда иң юғары балл йыйыу­сыларға юллама вәғәҙә иткәйне. Ниһайәт, кон­курсҡа йомғаҡ яһалды. 260-тан юғары балл йый­ған 50 ҡатна­шыу­сы араһынан 6 сы­ғарылыш синыф уҡыусыһы бындай бәхеткә лайыҡ булды. Улар Каре­лия һәм Краснодар крайындағы «Ҙур мажара» лагерҙарына ял итергә юлланды.

Уңышҡа ирешеүселәр араһында Башҡортостандан республика башҡорт интернат-лицейын тамамлаған Зиннәт Мәҡсүтов та бар. Ул өс фәндән 266 балл йый­ған.
– Етенсе синыфтан уҡ техник йүнәлештәге юғары уҡыу йортона инергә теләп, теүәл фәндәрҙе төплө үҙләштерә башланым. Был тырышыуым уңышҡа килтерҙе лә инде. Ун беренсе синыфта киҫкен график төҙөп, ҡәтғи шөғөлләндем. Кемдеңдер имтиханға әҙерләүен һис тә көтмәнем, үҙем белемгә ынтылдым: уҡытыу­сыларҙың арттарынан йөрөп, күп белмәгән һорау­ҙарыма яуап алдым. Теләгән уҡыу йортона инеү өсөн өс фәнде һайланым. Тынғыһыҙ хеҙмәт, ваҡытты дөрөҫ бүлеү һынауҙы уңышлы үтергә ярҙам итте, – ти ул.

Г. ФАКИЛОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code