Бүләккә – Маҡтау ҡағыҙы

Ҡәҙерле дуҫтар, февраль башында гәзитебеҙҙә «Мәктәбем ғорурлығы» тигән яңы конкурс иғлан иткәйнек. Бик күп хаттар килде. Бәйгене күтәреп алғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, уҡыу­сыларыбыҙ, береһенән-береһе һәләтлерәк ҡыҙҙар һәм егеттәр менән таныштырҙығыҙ.

Мәҫәлән, башланғыс синыфтарҙа ғына уҡыһалар ҙа, «Урал батыр» эпосының 2 мең 500 юлын ятлаған Гөлгөнә Сувановаға (Көйөргәҙе районы, Яҡшембәт мәктәбе), 1 мең юлын белгән Гөлназ Әхмәтоваға (Бөрйән, Яңы Усман) һоҡланмаҫлыҡмы ни?! Баш­ҡорттоң ҡурай моңон Парижда яңғыратҡан Таһир Гәрәев (Өфөләге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһы), Мәскәүҙән дә миҙал алып ҡайтҡан, төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашҡан Гөлси­нә Нәбиуллина (Белореттағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы), информатика буйынса Рәсәй «Кит» конкурсында II урын яулаған, республика робот техникаһы бәйгеһендә еңеүсе булған Линара Бәширова, ғөмүмән, бөтә геройҙар ҙа маҡтауға лайыҡ. Баш­ҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты исеменә тәҡдим итерлектәре лә бихисап.
Белеүегеҙсә, конкурс төрлө яҡлап һәләтле, мәктәп, гимназия, лицей ғорурлығы бул­ған уҡыусылар тураһында яҙып ебәреүсе авторҙар ара­һында ойошторолғайны. Балалар ҙа, өлкән дуҫтарыбыҙ ҙа әүҙем ҡатнашты. Әбйәлил районының Ҡаҙмаш мәктәбенән йәш хәбәрсебеҙ Заһиҙә Рәжәпова һәм Бөрйән районы Байназарҙан Сәлимә Дәүләтшина хатта бер нисә хат ебәрҙе. Редакция конкурста ҡатнашҡан бөтә авторҙарҙы ла «Йәншишмә»нең Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләргә ҡарар итте. Бына улар: Заһиҙә РӘЖӘПОВА (Әбйәлил, Ҡаҙмаш); Сәлимә ДӘҮЛӘТШИНА һәм Зилиә БУРАНБАЕВА (Байназар), Нурзилә ТУЛЫБАЕВА (Әбделмәмбәт, Бөрйән); Алһыу ХӘМИТОВА (Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге башҡорт интернат-гимназияһы); Әлиә МОТАЛЛАПОВА һәм Лилиә АБДУЛЛИНА (Күгәрсен, Мораҡ башҡорт гимназияһы); Азалиә КИКБАЕВА (Көйөргәҙе, Яҡшембәт); Сөмбөл ҒҮМӘРОВА (141-се мәктәп), Эльдар МӘХМҮТОВ (Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы), Руфина ЛОҠМАНОВА (Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы), Сулпан ЙӘҺҮҘИНА (Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһы, Өфө ҡалаһы); Азалиә АҘНАЕВА һәм Регина МӘЖИТОВА (Ғафури, Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба мәктәбе); Йәнгүзәл ЗӘЙНУЛЛИНА (Баймаҡтағы 4-се лицей), Азалиә НАРЫНБАЕВА (Билал), Вилүрә ӘХМӘТОВА, Гөлзифа ЮЛДАШБАЕВА (Ярат, Баймаҡ районы); Лиана СӘҒИТОВА һәм Яҙгөл ИЛЕМБӘТОВА (Си­бай­ҙағы интернат-гимназия); Айгизә АБЗАЛОВА һәм Розалина ХӘМИҘУЛЛИНА (Туймазы, Бишҡурай); Сәриә ЗАРИПОВА (Белорет, Манышты); Айгүзәл УРАҠОВА (Йылайыр, Һабыр).
Өлкән дуҫтарыбыҙ – Римма ТИМЕРБУЛАТОВА (Өфөлә­ге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы); Зөлфиә ҠОЛБИРҘИНА (Бөрйән районы, Кейекбай башланғыс мәктәбе); Гөлназ БАЙРАМҒӘЛИНА (Белорет, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы); Ғәзимә ӘҺЛИУЛЛИНА (Өфөләге 119-сы мәктәп), Эльза ТОЛОМБАЕВА (Өфөләге 35-се белем биреү үҙәге); Айгөл БИКМАЕВА (Көйөргәҙе, Яҡшембәт); Ләлә АБЗАЛОВА (Туймазы, Бишҡурай); Миңһылыу МИРХӘЙ­ҘӘРОВА (Ғафури, Еҙем-Ҡаран); Фәнизә ҠАРАҒУЖИНА (Балтас, Тусыбай); Айгөл ҒӘЛЛӘМОВА (Ғафури, Красноусол башҡорт гимназияһы); Иҙрис МӨҘӘРИС-НОҒМАНОВ (Ҡырҙас) һәм Нуриҙә ИЛҺАМОВА (Асҡар, Әбйә­лил); Айгиз БУРАНҒОЛОВ (БДУ студенты, Өфө). Барығыҙҙы ла ҡотлайбыҙ!

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code