Бүләген Хәмитовҡа тапшырған

Ринал Низамов остазы Наилә Ҡорбанғәлиева менән.

Һәр кемгә лә бындай бәхет тәтемәй шул. Ә бына Ринал Низамовҡа үҙенең баҫҡан сувенир-быймаһын республика Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа бүләк итеү ҡыуанысы эләккән. 2015 йылда район һабантуйында булған ваҡиғаны әле лә яҡшы хәтерләй ул.

Раевкалағы 2-се мәктәптең IV «Б» синыфында ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, Ринал кейеҙ баҫыу­ҙың бөтә серҙәрен белә. Алты йәштән Пионерҙар йортондағы «Мини-кейеҙ» түңәрәгендә шө­ғөлләнгән малай оҫтарғандан-оҫтара бара. Район, республика кимәлендәге бәйгеләрҙә ҡатнашып, эштәре менән призлы урындар ҙа яулай.
Ул быйма баҫыусы һөнәрен бик һәйбәт үҙләштергән. Нимә һораһаң да, төплө итеп яуап бирә.
– Тәүҙә үҙебеҙгә кәрәкле өлгө эшләп алабыҙ. Йөндөң ултырғанын иҫәпкә алып, ул саҡ ҡына ҙурыраҡ булырға тейеш. Шунан инде ҡутырыҡлы плёнка өҫтөнә урынлаштырып, йөндө тәүҙә – буй­ға, шунан арҡырыға 3 – 4 ҡатлам һалып сығабыҙ. Был эште тамамлағас, өҫтөнә сетка ябабыҙ. Артабан уҡлау ҡулланып, һыулы баҫыу ысулы менән баҫа башлаһаҡ та була. 5 – 10 минут­тан һуң икенсе яғын әйләндереп, 3 – 4 ҡатлам йөн һалып, шул уҡ эште ҡабатлайбыҙ. Тик бының менән генә эш бөтмәй әле. Баҫыу­ға оҙаҡ ваҡыт китә.
Сувенир-быймабыҙ әҙер бул­ғас, уртаһынан ғына ҡырҡа­быҙ. Бына шулай бер пары әҙер. Уны ҡоро баҫыу ысулы менән биҙәп тә ҡуйырға мөмкин, – ти йәш быйма оҫтаһы, эш серен аңлатып.

Г. РАМАҘАНОВА.
Әлшәй районы.

 

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code