Азалиә Шафиҡова

Һинең статусың: баш ҡалалағы Михаил Ферин исемендәге 60-сы лицейҙың X «А» синыфында уҡыйым.
Уҡыуҙа, бәйгеләрҙәге уңыштарың, ҡаҙаныштарың: уҡыу алдынғыһымын, 2015/16 уҡыу йылында «Йыл уҡыусыһы», 2016/17 уҡыу йылында В. И. Корзников исемендәге стипендиат, финанс грамоталығы буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабы еңеүсеһемен, Бөтә Рәсәй кимәлендә призёр булдым, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының район, ҡала этаптарында еңеү яуланым. Балалар һәм үҫмерҙәр араһында уҙғарылған баян буйын­са халыҡ-ара конкурс-фестивалдә I – III урындар алдым, район кимәлендә инструменталь музыка конкурсында I урынға сыҡтым.
Уңышлы булыу өсөн… ялҡаулыҡты еңергә өйрәнергә, маҡсатыңа ынтылыусан булырға, юғары маҡсаттар ҡуйырға ҡурҡмаҫҡа, иң мөһиме – үҙеңдең мөмкинлектәреңә ышанырға кәрәк.
Иң яратҡан фәнең: физика, йәм­ғиәтте өйрәнеү, иҡтисад, физкультура.
Өйгә эште әҙерләгәндә ниндәй ресурстар ҡулланаһың? Интернет селтәре, китап, белешмә, һүҙлектәрме? Төрлө сығанаҡҡа таянам. Китап, һүҙлек, интернет, дәрестә алған материалды ла ҡулланам.
Мәктәп тормошонда нимәне үҙгәртергә теләр инең? Уҡыу биш көнлөк булһын ине. Бер көн ялдың күп ваҡыты өйгә эштәр әҙерләүгә китә. Ҡайһы саҡ ял итергә лә өлгөрмәйем.
Уҡыуҙан тыш, тағы нимә ҡы­ҙыҡһындыра? Музыка мәктәбендә баян синыфын «бишле»гә генә тамамланым, фортепьянола уйнайым, көнсығыш бейеүҙәре менән шөғөлләнәм. Төрлө кимәлдәге сараларҙа, волейбол буйынса ярыштарҙа ҡатнашам, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, олимпиада, конкурстарҙа көсөмдө һынайым.
Буш ваҡытыңды нисек үткәрәһең? Буш ваҡытым юҡ тиерлек. Ҡайһы саҡта һеңлем, ҡустымды ҡарап ултырам, дуҫтар менән күрешәм. Ауыр уҡыу графигынан бер аҙ ял итеп, театр, киноға йөрөйөм. Һәм, әлбиттә, магазинға барып, үҙемә оҡшаған матур кейем һайлайым.
Яратҡан яҙыусы, шағирҙарың: Эрих Мария Ремарк, Анна Ахматова, Александр Пушкин, Иосиф Бродский, Ғүмәр Хәйәм.
Күңелеңә хуш килгән йыр һәм йырсы: уйға һала торған лирик, ҡай­һы саҡта дәртле латин стилендәге йырҙар оҡшай. Элвин Грей, Ба­бек Мамедразаев, Imagine dragons.
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, 100 дуҫың булһын, тигәнгә нисек ҡарайһың? Был фекер менән килешәм. Аҡсаға нимәлер һатып алып булһа ла, ауыр саҡта таныштар, дуҫтар ярҙамға килә. Мин үҙем кешеләр менән еңел уртаҡ тел табам. Таныштарым бик күп. Ә ысын дуҫтарымды бармаҡ менән һанарлыҡ. Улар алдыма ҡуйған маҡсатыма ирешергә һәр ваҡыт ҡанат ҡуйып тора.
Һинең тормош принциптарың: һәр кем хыялланырға тейеш, минеңсә, бөтә уйлаған уйҙарың тормошҡа аша, күберәк изге эштәр баш­ҡарырға, бер-береңә ышанырға, алдашмаҫҡа.
Тормоштағы иң төп маҡсаттарың: үҙемә һәм тирә-яҡтағыларға файҙа килтерергә, планетаның күп матур урындарында булырға, ныҡлы ғаилә ҡорорға, һәйбәт карьера эшләргә.
Иң изге хыялың: тормошомдо матур һәм ҡыҙыҡлы итеп йәшәргә теләйем.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code