Автобустар күҙәтеү аҫтында

1 сентябрҙән Учалы, Иглин һәм Өфө райондарында һынау рәүешендә ғәмәлгә ашырылған проект республика хөкүмәтендә тикшерелде. Уға ярашлы, уҡыусыларҙы йөрөтөү аутсорсинг рәүешендә башҡарыла, йәғни был эш өсөн мәктәптәр түгел, республика транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты һәм «Баш­автотранс» предприятиеһы яуаплы. Балаларҙы 86 автобус йөрөтә. Тикшереү барышында тахограф, ГЛОНАСС приборҙары булмауы, тәжрибәһеҙ водителдәр эшләүе кеүек етеш­һеҙлектәр асыҡланған. Шуға республика хөкүмәтендә был өлкәлә күҙәтеүҙе көсәйтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code