Ауылымдан юҡтыр матуры

Тыуған ауылым тәбиғәттең иң матур ерендә урынлашҡан. Урмандарындағы һылыу ҡайындары, сылтырап аҡҡан Миндәк йылғаһы, Рәҫтәк һәм Ирәмәл тауҙары бик күптәрҙе һоҡландыра, үҙенә йәлеп итә. Миндәк балыҡҡа бай булһа, урманы – еләк-емешкә. Эҫе йәй көндәре малай-шалайҙар балыҡ ҡаптырып ҡыуанһа, ҡыҙ-ҡырҡын еләк-емеш йыйып һөйөнә.
Һәр миҙгелдә ауыл һоҡландырғыс. Ҡышҡы бурандарҙа тирә-яҡ аҡ юрғанға төрөнә. Был ваҡытта инде бала-саға ҡаршылағы бейек тауҙа сана шыуып рәхәтләнә.

Ауылыма иман нурҙары таратып ултырыусы мәсетебеҙ ҙә бар. Был изге йортҡа һәр йома һайын олоһо ла, кесеһе лә килә. Ураҙа, Ҡорбан байрамдарында ауыл халҡы йыйылып, ҡорбан салып, оло табын ҡора. Ә беҙ, бала-сағалар, һәр йортҡа инеп, теләктәр теләп, байрамсылап йөрөйбөҙ. Йорт хужаһы бер баланы ла буш сығармай, ҡулыбыҙға тәмлекәстәр тоттора.
Ауылымда сәмле, эшһөйәр, отҡор, зирәк һәм тырыш халыҡ йәшәй. Һәр йорттоң ихатаһы тулы ҡош-ҡорт булһа, кәртә ҡураһында – мал-тыуар, ә баҡсаларҙа баҙлап торған төрлө сәскәләр үҫә. Ауылым йылдан-йыл ҙурая, матурлана бара.
Ошо ерҙә тыуып, уның саф һауаһын һулап, ата-әсә наҙына төрөнөп йәшәү – минең өсөн оло бәхет. Беҙҙең бурыс – тыуған еребеҙҙе, эскән һыуыбыҙҙы һаҡлау, тип уйлайым.

Сөмбөл ЙОСОПОВА.
Учалы районы, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code