Ауылда рәхәт икән!

Ауылда ял итеүгә барыбер бер ни ҙә етмәй. Кинәнеп тышта уйнайһың, рәхәтләнеп ҡарҙа аунай­һың. Өләсәйҙәр ҙә әрләп бармай. Биттәр алла­нып, бейәләйҙәр еүешләнеп, шаҡылдап туңып, әллә күпме йөрөгәс кенә ҡайтып инәһең. Ә өләсәйҙең өҫтәл тулы ризығы менән тәмле сәйе әҙер генә тора.
Эльдар менән Айҙар Мәхмүтовтар ҙа Ғәбдүктә (Белорет районы) йәшәгән Әҡлимә өләсәһе менән Рәмил олатаһында ҡунаҡта булырға ярата. Бынауындай матур көндә Өфөлә нимә эшләп ятмаҡ кәрәк? Ҡараңғы төшкәнсе икәүләп рәхәтләнәләр генә. Ауыл малайҙары ла килеп ҡушылһа, бигерәк күңелле!
Барып йөрөрлөк шундай яҡындарың булыу ҡай­һылай шәп!

Х. ХӘСӘНОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code