Атаҡлы «икеле» тоҡсайы яҙмалары

Артур ГИВАРГИЗОВ

Тағы ла мәктәп тураһында. Унан ҡайҙа китеп ҡотолаһың? Мәктәпте яратырға ла, яратмаҫҡа ла мөмкин… Әгәр оҡшатһаң, уны үҙеңдеке, тип иҫәпләһәң, көлөргә лә ярай. Мәҫәлән, уҡытыусыларҙан, уҡыусыларҙан, ата-әсәләрҙән… Үҙеңдән. Был – зыянһыҙ көлөү.
Урыҫ балалар яҙыусыһы Артур Гиваргизов үҙенең хикәйәләрендә иң мөһим һорауҙарға яуап бирә. Ҡыҙҙар илауҙан туҡтаһын өсөн уларға ниндәй шиғырҙар уҡырға кәрәк? Күгәрсен ҡауырһындарынан яһалған елпеүес нисә өй эше тора? Физика закондарына ышанырға кәрәкме әллә улар былай ҙа эшләйме? Ҡайһыһы кәрәклерәк – урыҫ телеме йәки зажигалкамы? Ә иң мөһиме – нисек атаҡлы ғына түгел, ә бик уңышлы «икеле» тоҡсайы булырға?

Гематогендар тураһында

1 сентябрь, тәнәфес.

– Ҡара әле, – тип һораны Серёжа отличник Сереберцеванан, – һин ни өсөн отличник ул? Бәлки, берәй үҙенсәлекле аҙыҡ ашай­һыңдыр йәки эсәһеңдер?
– Юҡсы, – ҡыҙ уйға талды. – Пепси, чипсы ғына.
– Мин дә – пепси, чипсы, – тине Серёжа, – улайһа, һин ни өсөн отличник?
– Был гендарға бәйле, – тине Сереберцева, – гендарға, һөйөклө Серёжечка.
– Әһә, белдем! – Серёжа ҡыс­ҡырып ебәрҙе.
Ул сығып йүгерҙе. Тиҙ арала дарыуханаға килеп инде.
– Һеҙҙә гендар бармы? – тип һораны.
– Беҙҙә гематогендар ғына, – тинеләр дарыуханала.
– Бирегеҙ әле, – Серёжа ҡыуанды, – алтыны. Юҡ, етене!
Малай ете гематоген ашағас, тағы ла мәктәпкә йүгерҙе. Химияла – «икеле», ә алгебрала минус «икеле» алды.
Серёжаның асыуы килде, Сереберцеваның артынан ҡыуып етеп, тегенең ҡулдарын ҡайырырға тотондо.

Ете минут

2 сентябрь, физика дәресе.

– Нимә, Гаврилов, шунда уҡ «икеле» ҡуйырғамы әллә таҡта янына барып урап киләһеңме? – тип һораны Вера Петровна. Серёжа үпкәләне.
«Минең дәрес әҙерләмәгәнемде ҡайҙан белә икән? – тип уйланы ул. – Ниңә былай тип әйтә?!»
– Вера Петровна, һеҙ минең әҙер түгеллегемде ҡайҙан беләһегеҙ? – тип һораны Серёжа.
– Һин бит бер ваҡытта ла әҙерләнмәйһең! – Вера Петровна ғәжәпләнде.
Серёжа баҫты ла һуҡ бармағын юғары сөйҙө, нимәгәлер ҡолаҡ һалғандай, шулай бер минут баҫып торҙо.
– Был шулай, – тип ризалашты ул, – бәлки, бөгөн әҙерләнгәнмендер?
– Ысынлап тамы? – тип һораны Вера Петровна.
Серёжа уйға батты. Ул иғтибарһыҙ ғына Коперникка, шунан Ньютонға ҡараны, ниһайәт, яуап бирҙе:
– Юҡ.
– Хәҙер «икеле» ҡуйырға мөмкинме? – тип һораны Вера Петровна.
Серёжа сәғәткә ҡараны.
– Хәҙер мөмкин, – тип ризалашты ул, – сөнки беҙ асыҡланыҡ.
– Айырма нимәлә һуң? – тип һораны Вера Петровна.
– Шунда: мин «икеле»не ете минут һуңыраҡ алдым, – тип яуап­ланы Серёжа.
– Аңламайым, – тине Вера Петровна, – бынан һиңә еңел буламы?
– Атайым: «Физикала һис юғы биш минут сыҙап тора алһаң, һиңә футбол тубы алып бирәм», – тине. Ә мин ете минут түҙҙем, – тип белдерҙе Серёжа.
– Беҙ – шаһиттар, – тине Кулаков, Зубов һәм Сереберцева.
– Аңлашылды, – тине Вера Петровна.

Кейәү табылды

3 сентябрь, дәрестәрҙән һуң.

Бер ваҡыт Серёжаны һәм отличник Сереберцеваны бүлмәне йыйыштырырға ҡалдырҙылар.
– Һин, әйҙә, иҙәнде йыу, – тине Серёжа, – ә мин таҡтаны һөртөрмөн.
– Юҡ, булмай, – тине Сереберцева, – лутсы киреһенсә.
– Яҡшы, – тине малай, – тағы ла сәскәләргә һыу һибермен.
– Таптың асыҡ ауыҙҙы, – тине ҡыҙ.
– Ярай, – тине Серёжа, – тағы ла ултырғыстарҙы партаға ҡуйырмын.
– Һөйләшкем дә килмәй, – тине Сереберцева.
– Һин – насар хужабикә, – тине малай. – Үҫкәс, мин һиңә өйләнмәйәсәкмен.
– Ҡурҡытты берәү, – тине Сереберцева, – хәҙер үләм. Йә, ярай, үҙем барыһын да йыуам.
– Ә мин таҡтаны һөртәм, – Серёжа ҡыуанды.
– Ултыра бир, – Сереберцева һуҡранды. – Пинжәгеңдәге кеҫәң һүтелгән. Әлдә миндә еп менән энә бар әле. Зубов менән тәнәфестә йүгерәһең дә шунан йол­ҡош һымаҡ йөрөйһөң.

Шиғриәт тураһында

4 сентябрь, әҙәбиәт дәресендә.

Серёжа отличник Сереберцеваның ни өсөн шиғырҙар яратыуын бер ваҡытта ла аңлай алманы.
– Ҡара әле, Сереберцева, – тип һораны ул нисектер, – өйгә эш итеп бирһәләр, уҡығаныңды аңлайым, ә һин бит бирмәһәләр ҙә, уҡыйһың, тип һөйләйҙәр?
– Эйе, – тип яуапланы Сереберцева, – шиғырҙар миндә төрлө тойғо тыуҙыра.
– Беҙ быларҙың барыһын да ишеттек, – Серёжа көлөмһөрәне, – әҙәбиәт дәресендә уҡытыусынан.
– Ышанмаһаң – кәрәкмәй, – ҡыҙыҡай иңбашын һикертеп ҡуй­ҙы.
– Әлбиттә, ышанмайым, – тине Серёжа, – аңларға ла теләмәйем. Бәлки, бының өсөн ата-әсәйең һиңә өҫтәп аҡса бирәлер? Дөрөҫөн әйт, ә? Һүҙ бирәм, бер кемгә лә һөйләмәйем.
– Улар миңә бер нәмә лә бирмәй, – Сереберцева асыуланды, – теңкәмә теймә, әтеү, кәрәгеңде алырһың!
– Йә, ярай, – Серёжа тыныс­ланманы. – Беҙҙең Таня ныҡ илай, йылғала ята тубы. Э-э-э… Артабан хәтерләмәйем. Һиңә ни булды, Сереберцева?! Һин илай­һыңмы?!
– Теңкәмә теймә, Гаврилов, – Сереберцева иланы, – ҡыҙыҡлыраҡ берәй нәмә һөйләй алманыңмы ни? Хәҙер көнө буйы һыҡтап йөрөйәсәкмен.
– Бына һиңә кәрәк булһа?! – Серёжа хайран ҡалды. – Нисек тәьҫир итә! Хәҙер, Сереберцева, хәҙер… М-м-м-м… Коля ауылда пулемёт тапҡан… юҡ, улай түгел. Хәҙер, хәҙер, саҡ ҡына түҙ… М-м-м… Бәләкәй малай ағасҡа үрмәләгән… тағы ла улай түгел. Ә, бына! Иҫемә төштө! Иламаһын ул былай, туп йылғаға батмай. Батмай, Сереберцева! Ура! Йә, нисек, еңелме?
– Еңел, – Сереберцева танауын тартты.

Елпеүес күпме тора?

5 сентябрь, оло тәнәфес.

Бер ваҡыт Серёжа отличник ҡыҙға былай тине:
– Сереберцева, хәҙер мин һиңә Зубовты еңеүемде арнайым.
– Көрәшкәндәрҙе енем һөймәй, – тине ҡыҙ. – Арнамаһаң да була.
– Йәл, – Серёжа күңелһеҙләнде.
– Йәл түгел, – Зубов ҡыуанды.
– Ә күгәрсен ҡауырһындарынан елпеүес теләйһеңме? – тип һораны Серёжа.
– Күрһәт һуң, – тине Сереберцева. – Ҡарайыҡ.
– Бына, – тине Серёжа һәм елпеүес сығарҙы, – мин уны үҙем яһаным. Беҙҙең сарҙаҡта ҡауыр­һындар күп.
– Елпеүесте алам, – тине Сереберцева, – алгебранан өйгә эш өсөн.
– Әҙ, – Серёжаның ҡаштары йәмрәйҙе.
– Теләмәһәң – кәрәкмәй, – тине Сереберцева.
– Сарҙаҡҡа менгәндә башымды урҙаға бәрҙем, – Серёжа үпкәләне. – Бәлки, мейем һелкенгәндер.
– Ярай, алгебранан һәм химия­нан, – Сереберцева ризалашты. – Тағы ла ҡауырһындар килтерерһең, мин үҙемә күлдәк тегәм.
– Әлбиттә, килтерермен! – Серёжа ҡыуанды.
– Миңә китергә яраймы? – тип һораны Зубов.
– Эйе, – тине Серёжа, – һин бөгөн башҡаса кәрәкмәй­һең.

Александр Невский кем ул?

6 сентябрь, тарих дәресендә.

Серёжа тарих дәресендә тәҙрәгә ҡарап ултырҙы. Ул уҡытыу­сының нимә тураһында һөйләүен ишетмәне, уның ҡарауы, туңдырма палаткаһы янында ниндәйҙер малайҙың эскимо ашауын күрҙе. Иғтибар менән ҡарағас, Кулаковты таныны.
«Афарин, – тип уйланы Серёжа Кулаков хаҡында, – барыһын да төп башына ултыртты. Ата-әсәһе, улыбыҙ мәктәптә, тип йөрөйҙөр, ә бында, ул ауырый, тип уйлай­ҙар. Кулаков маладис, эскимо ашай. Миңә лә шулай итергә ине».
– Гаврилов, һин ниндәй уйға баттың? – тип һораны уҡытыусы.
– Былай ғына, – Серёжа ауыр һуланы. – Ҡыйыу кешеләр барлығы, уларҙың тормошо бик шәп булыуы тураһында.
– Һин Александр Невскийҙы күҙ уңында тотаһыңмы ни? – тип төпсөндө уҡытыусы. – Был тарихтың һине уйланырға мәжбүр итеүенә мин бик шатмын.
– Эйе, ысынлап шулай, – тине Серёжа. – Сығырға мөмкинме?
– Ярамай, – тине уҡытыусы.
«Эйе, – тип уйланы Серёжа, – Кулаков хаҡлы: ысынлап та, уҡытыусылар менән дә, ата-әсә­ләр менән дә бер ни килеп сыҡмай».

Көндәлек

7 сентябрь (йәкшәмбе), ҡунаҡтан ҡайтышлай.

Бер ваҡыт Серёжа 545-се мәктәптең V «Б» синыфы уҡыусыһы Катя Селёзневаның көндәлеген тапты. Ә ул ысын имзалы «бишле»ләр менән тулғайны. «Был көндәлекте 545-се мәктәпкә алып барырға кәрәк, Катя Селёзневаны үҙҙәре эҙләп табыр­ҙар әле, – тип уйланы Серёжа. – Бәлки, уны милицияның балалар бүлмәһенә алып барырға кәрәктер. Йәки юғалған әйберҙәр өҫтәленә. Йәки Революция музейына».
Серёжа ҡулына ҡараны юйыу­сы махсус япон юйғыс алды, «Селёзнева Катя» һәм «545»-те юйҙы, ошондай уҡ зәңгәр ҡара менән «Гаврилов Серёжаның», «754» тип яҙҙы һәм «Дневник ученицы V класса «Б» Гаврилова Серёжи» килеп сыҡты*.
– Тәртипһеҙлек, – тине Серёжа, «цы»ны юйып, «ка» тип яҙҙы.
Малай өйгә ҡайтҡас, көндәлекте атаһына күрһәтте.
Уныһы ҡағыҙҙы һыйпаны, микроскоптан ҡараны… Имзаларҙың ысын булыуына инанғас:
– Афарин! Урамда йөрөргә сығырға мөмкин, – тине.

*Башҡорт телендә, урыҫ телендәге шикелле, исемдәр төрлө енес (род) менән йөрөтөлмәгәнлектән, һөйләм тәржемә ителмәне. (Тәржемәсе иҫкәрмәһе).

Хәйләкәр Зубов

8 сентябрь, дәрестәрҙән һуң өйгә ҡайтҡанда.

Серёжа ҡайһы берҙә Зубовтың елкә төбөнә ҡундыра. Уныһы елкәһенә мендәр, һуңынан ҡапҡасы битлеген бәйләне, ә бер ваҡыт кактус таҡты ла уны сәстәр менән йәшерҙе.
– Зубов торған һайын хәйләләшкәндән-хәйләләшә, – тип зар­ланды Серёжа дуҫы Коля Кулаковҡа. – Тиҙҙән мин уның елкәһенә ҡундыра алмаясаҡмын.
– Ә һин тибеп осор, – тип кәңәш итте Коля. – Шулай итеү хәүефһеҙерәк. Кактусты хәтерләйһеңме?
– Нисегерәк әле! – Серёжа сырайын һытты. – Ул саҡта ҡулым ике көн ауыртты.
– Бына күрҙеңме? – тине Коля, – тибеүгә күс, хаҡ эш.
– Мин уйлармын, – тип ризалашты Серёжа.
Иртәгеһенә Зубов елкәһенә ҡапҡан тағып килде. Мәктәп буйлап Серёжаға өҫтән ҡарап йөрөнө. Ныҡ йәнен көйҙөрҙө инде. Серёжаға хатта ул төкөргән һымаҡ күренде.
Шунан ни Зубов янына барҙы ла тегегә берҙе типте. Ул ағарынды, өҫтән ҡарауын туҡтатты.
– Йә, нисек? Килеп сыҡтымы? – Коля Кулаков Серёжанан һораны. – Аяғыңды имгәтмәнеңме?
– Әлегә килеп сыҡты, – тип яуапланы Серёжа борсолоп, – ә артабан нисек булырын белмәйем.
– Өмөтләнәбеҙ, – тине Коля.
– М-м-м, эйе, – Серёжа ризалашты.

Хөрмәт итеүҙән туҡтанылар

9 сентябрь, физкультура дәресендә.

Серёжа – үҙҙәренең синыфында иң хөрмәтле кеше, сөнки ул – иң көслөһө. Быны физкультура буйынса билдә – үҙгәрешһеҙ плюс «бишле» раҫланы.
Серёжанан барыһы ла кәңәш һораны. Мәҫәлән, насар билдә барлыҡҡа килгән көндәлекте ни эшләтергә? «Икеле» ҡуйған уҡытыусы менән? Компьютер алып бирмәгән ата-әсә менән? Сереберцева менән?
Серёжа һәр ваҡыт ҙур ҡәнәғәтләнеү менән бушҡа кәңәштәр бирҙе. Мәҫәлән, көндәлекте пепси-колала иретергә, ата-әсәгә үс итеп свинка менән сирләргә, Сереберцеваға гөрҫ итеп тәгәрәһен өсөн, ғәҙәттәгесә, төртөргә, ә уҡытыусының ҡулъяулығына борос һибергә, пальтоһының еңенә кактус тығырға.
Аҙаҡ малай ғәҙәтләнде һәм үҙ хәленән ҡәнәғәтләнеү алыуҙан туҡтаны. «Бушҡа кәңәштәр бирмәйем», – тип яҙҙы ул. Табличканы күкрәгенә тағып ҡуйҙы.

Ләкин Серёжаның кәңәштәренән башҡа бер кем дә бер нәмә лә эшләй алманы. Көрһөндөләр, мығырландылар, ни хәл итәһең, түләй башланылар. Аҡса бер кемдә лә юҡ ине – бутербродтар менән ҡотолдолар.
Тәмле ине улар, Серёжа ашаны, ашаны ла өс айҙан һуң шул тиклем ныҡ таҙарҙы, бейеклеккә егерме метр һикереү генә түгел, ғөмүмән, иҙәндән айырыла алманы.
Серёжаға физкультуранан «икеле» ҡуя башланылар. «Нимә һеҙ, үҙемде танымайһығыҙмы әллә?! Был мин – Серёжа бит!» – тип күпме генә ҡысҡырмаһын, барыбер насар билдә ҡуйҙылар.
Һуңынан төҙәтә алмаҫлыҡ хәл булды – Зубов Серёжаға «дирижабль» тигән исем таҡты. Уны тибеп осорорға теләгәйне лә, әммә йыуанайған аяҡтарын күтәрә алманы.
Ошо ваҡыттан алып Серёжаны хөрмәт итеүҙән туҡтанылар, әлбиттә, кәңәш һорап уға берәү ҙә мөрәжәғәт итмәне.

Стеналарҙа ниндәй яңылыҡтар бар?

10 сентябрь, оло тәнәфес һәм дәрестәрҙән һуң.

Бер ваҡыт Серёжа ангина менән ауырыны, ләкин барыбер мәктәпкә килде, стенаға «Торпедо» – чемпион» тип яҙҙы, сөнки был команда көйәрмәне ине. Яҙҙы ла хәле бөтөп йығылды.
Быны Сереберцева күреп ҡалды. Ул «Торпедо»ны юйҙы ла «Ньютон – чемпион» тип яҙҙы, сөнки отличник ҡыҙ Ньютон фанаты ине.
Яҙыуҙы химия уҡытыусыһы күр­ҙе. Ул «Ньютон»ды юйҙы ла «Менделеев» тип үҙгәртте.
Мәктәп директоры ла ситтә ҡаламы ни? Ул башын сайҡаны ла: «Беҙҙең мәктәп – чемпион. Барыбыҙ ҙа – бер ғаилә», – тип төҙәтеп ҡуйҙы.
Был яҙыуҙы йыйыштырыусы Тамара апай күрҙе. Ул барыһын да юйҙы ла нитробуяу алып ҙур хәрефтәр менән: «Нисек һеҙгә оят түгел! Ай-ай-ай! Һеҙ ни өсөн Серёжаның «Торпедо»һын юйҙы­ғыҙ? Малай мәктәпкә температура менән килде, ә һеҙ үҙегеҙ­ҙекен яҙҙығыҙ. «Торпедо» – чемпион», – тип төҙәтмәһенме?!
Тамара апай Серёжаның өләсәһе ине.
Быны Сереберцева күрҙе. Ул яҙылғандарҙы ике сәғәт буйы юйып маташты, ләкин барыбер килеп сыҡманы.

Пластик операция

11 сентябрь, биология дәресендә.

Серёжа йоҡлағанға һабыша белә. Күҙҙәрен йома, ә барыбер бөтәһен дә ишетә, хатта күрә – ярыҡтан. Был оҫталығы арҡаһында ул янындағыларҙың үҙе хаҡында ни уйлауын белде.
– Матур егет, – Чеснокова йоҡлаған Серёжаға ҡарап ҡыйыу әйтте.
– Танауы сурайып тороуы йәл, – Сереберцева көйөндө. – Ҙурыраҡ.
Серёжаға Чеснокова түгел, Сереберцева оҡшағанлыҡтан, ул пластик операция яһатырға – танауын ҡыҫҡартырға булды.
Бер көндө хирургҡа барып, барыһын да аңлатты. Ә табип:
– Һиңә ни өсөн танауыңды ҡыҫҡартырға? – тине. – Барыһы ла – сағыштырмаса: әгәр һин яңаҡтарыңды ҙурайтһаң, танауың улар фонында бәләкәй булып күренәсәк. Яңаҡтарҙы операция­һыҙ ҙа ҙурайтырға мөмкин. Ни бары күберәк макарон ашарға кәрәк.
Серёжа хирургтың һүҙен тыңланы. Бик күп итеп макарон ашай башланы. Бер айҙан, ысынлап та, уның яңаҡтары ҙурайҙы, танауы ҙур булып күренеүҙән туҡтаны.
Ә мәктәпкә килгәс, партаға ятты ла йоҡлағанға һабышты.
– Ни эшләптер Гаврилов ныҡ йыуанайған, – тине Чеснокова, – яңаҡтары мендәр кеүек.
– Һин ир-егеттәр матурлығында бер нәмә лә аңламайһың, – тине Сереберцева, – хәҙер унда барыһы ла килешле.
Был һиҙҙермәй тыңлауҙан һуң Серёжа Сереберцеваны киноға саҡырҙы.
– Ах, – тине Сереберцева, – һин минең уйҙарҙы уҡыйһың.
«Уҡымайым, ә һиҙҙермәй тыңлайым», – Серёжа үҙ алдына көлөмһөрәне.

Сәйер

12 сентябрь, урыҫ теле дәресендә.

Бер ваҡыт урыҫ теле дәресендә Серёжа Гаврилов сәйер йөкмәткеле яҙыу алды: «Гаврилов, – тиелгәйне унда, – әгәр һин партаға баҫып, көслө итеп әтәс булып ҡысҡырһаң, мин һинең көндәлегеңә «бишле» ҡуям». Һәм имза: «Елена Николаевна».
Уҡытыусыһы бик талапсан, элек бындай яҙыуҙарҙы бер кемгә лә яҙғаны юҡ ине.
«Сәйер, – тип уйланы Серёжа, – бик сәйер». Ул уҡытыусыға ҡараны, һиҙҙермәй генә йылмайҙы, күҙен ҡыҫты. Яуап итеп Елена Николаевна сырайын һытты, тештәрен шығырлатты, йоҙроҡ төйнәне.
«Сәйер, – тип уйланы Серёжа, – бик сәйер». Ул партаға менеп баҫты. Елена Николаевна күҙҙәрен ҡыҫты, Серёжаға күренеүенсә, баш ҡаҡҡан һымаҡ булды.
– Ах! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Сереберцева һәм һуштан яҙып Мячиковтың ҡосағына йығылды.
– Герой! – Чеснокова һоҡланып бышылданы ла Зубовтың ҡосағына йығылды.
– Хәҙер сырылдай, – Кулаков көлөмһөрәп бармағын сикәһе тирәһендә әйләндерҙе.
– Кики-ри-күк, – тине Серёжа әкрен генә.
– Көндәлек! – Елена Николаевна шатлығынан ҡул сапты. – Гаврилов, хәҙер үк миңә уны бир, атайыңдан башҡа мәктәпкә килмә!
– Һуң һеҙ үҙегеҙ бит? – Серёжа ғәжәпләнде.
– Атайыңды алып кил! – тип ҡысҡырҙы Елена Николаевна һәм бармағы менән ишеккә төртөп күрһәтте. – Бөгөн үк! Хәҙер үк!
«Сәйер, – тип уйланы Серёжа, – бик сәйер».
Ләкин иң сәйере шунда ине: Елена Николаевна, вәғәҙә иткәнсә, ысынлап та, Серёжаға «бишле» ҡуйҙы. Әммә «билдә янына ҡыҙыл ручка менән былай тип яҙылғайны: «Хөрмәтле Александр Петрович, ашығыс рәүештә һеҙҙе мәктәптә көтәм. Әгәр бында килә алмаһағыҙ, мин үҙегеҙҙе иртәгә киске етенән ун икегә тиклем «Динамо» метроһы» станцияһында зал уртаһында көтәм. Е. Н.». «Ашығыс» һүҙе бер нисә тапҡыр уратып алынған һәм аҫтына ике һыҙыҡ һыҙылғайны.
– Сәйер бер нәмә лә юҡ, – тине дәрестәрҙән һуң аҡыл эйәһе Зубов, – Гаврилов, иҫеңә төшөр, үткәнендә атайың килеүгә Елена Николаевна үҙенә яңы причёска яһатҡайны, яһалма керпектәр йәбештергәйне.
– Барыһы ла бик аңлашыла, – һушына килгән Чеснокова ауыр һулап Зубовҡа мөләйем ҡараны.
– Был шундай романтикалы, – Сереберцева ауыр һулап Мячиковҡа мөләйем ҡараны.
– Моғайын, – Серёжа ризалашты, күңелендә сиреккә, бәлки, хатта уҡыу йылына ла «бишле»гә әҙ-мәҙ генә өмөт барлыҡҡа килде.

Барыһына ла ярап булмай

13 сентябрь, дәрестәр башланырға өс минут ҡалғас.

Бер ваҡыт Серёжа бер юлы ике уҡытыусыға – урыҫ теле һәм йыр уҡытыусыһына ярарға булды.
8 сәғәт 27 минутта мәктәп тәҙрәләре аҫтында гитарала 43-сө күнегеүҙе йырланы. Шунан Серёжа 44, 45, 46-сы күнегеүҙәрҙе, изложениены, диктантты һәм, ниһайәт, «Егерменсе быуаттың икенсе яртыһында нәфис әҙәбиәттә «икеле» тоҡсайының образы» тигән темаға иншаны йыр итеп башҡарҙы. Уҡытыусылар тәҙрәнән ҡараны, ҡәнәғәт ҡалдылар, шикелле.
Үҙенә ҡысҡырмауҙарынан рухланған Серёжа инглиз алфа­витын йырланы. Шунан инде 18-се параграфты – «Боронғо Римда ҡол биләүселек ҡоролошо»н, «Урта һыҙатта хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы»н, Менделеев таблицаһын, ҡабатлауҙы, күҙәнәк төҙөлөшөн…
Барыһын да йырлап бөткәс, ҡәнәғәт ҡалған уҡытыусылар уға «бишле» ҡуйҙы. Физкультура һәм хеҙмәт уҡытыусылары ғына «икеле» сәпәне.
«Барыһына ла ярап булмай», – тип уйланы Серёжа.

Ғәҙәттә, Серёжа күсерә

14 сентябрь (йәкшәмбе), өйҙә, төндә.

Ғәҙәттә, Серёжа өйгә эштәрҙе Сереберцеванан күсерә, быға тыныс ҡарай: «Булһа ни? Сафсата. Ул мине ярата ла баһа». Ләкин ҡайһы берҙә насар уйҙар: «Сереберцева мине яратмай башлаһа?» – уға йоҡларға ирек бирмәне.
Шунан малай төндә карауатынан һикереп тороп, яҙыу өҫтәле артына ултырҙы, математиканан мәсьәлә сисергә йәки шиғыр ятларға теләне. Ләкин бер нәмә лә килеп сыҡманы.
Шунан Серёжа тулҡынлана башланы, Сереберцеваға шылтыратты.
– Алло, – тине ҡыҙҙың атаһы ҡарлыҡҡан тауыш менән.
– Ленаны мөмкинме? – тип һораны Серёжа.
– Нимә?! Тағы ламы?! Төнгө сәғәт дүрттә?! – тип ҡысҡырҙы Сереберцеваның атаһы. – Мин һиңә Ленаны күрһәтермен әле! Тәртипһеҙ! – Һәм трубканы ташланы.
Бындай һөйләшеүҙәрҙән һуң Серёжаға тағы ла ҡыйыныраҡ булды. Бәхетенә күрә, насар уйҙар башына көн дә килмәне, тик йәкшәмбе һәм кесаҙнала ғына.

Физика уҡытыусыһының «бишле» ҡуйырға теләгәне

15 сентябрь, физика дәресендә.

– Ҡара әле, Серёжа, – тине нисектер физика уҡытыусыһы, – мин йыртҡыс түгел. Әгәр һин физиканан нимәлер белһәң – әйт, «бишле» ҡуям.
– Ни әйтергә һуң? – тип һораны Серёжа.
– Бына, мәҫәлән, бөтә есемдәргә лә тартыу көсө тәьҫир итеүен. Әйт. Йә… ҡабатла. Бөтә есемдәргә лә…
– Булдыра алмайым, – тип мығырланы Серёжа. – Үҙем ышанмаған нәмәне ҡабатлай алмайым.
– Нисек инде? – Физика уҡытыусыһы ғәжәпләнде. – Йә, яҡшы, ышанмаһаң – кәрәкмәй. – Ул йылмайҙы. – Һин ҡабатла ғына, ә мин һиңә шунда уҡ журналға «бишле», ә? Өйөңә ҡайтармайым, ә? Йөҙ тәңкә бирәм, ә?
– Булдыра алмайым, – тине Серёжа ҡәтғи итеп, – ышанмайым.
– Ә һин нимәгә ышанаһың һуң? – тип ҡысҡырҙы уҡытыусы.
– Шүрәлеләргә, Мәскәй әбейгә, Үлемһеҙ Кощейға, Эрэкэ-Дьэрэкэға, осоусы парталарға, – тине тыныс ҡына Серёжа.
Шунан уның партаһы иҙәндән күтәрелеп ишеккә табан осто.
– Ултыр, Гаврилов, – тине физика уҡытыусыһы, – «икеле!»
Серёжа партаны тотто ла ултырҙы.

Уҡытыусылар бер-береһен күрә алмай

16 сентябрь, урыҫ теле дәресендә.

Уҡытыусыларҙың бер-береһен күрә алмауы бөтәһенә лә билдәле – улар бер-береһен яратабыҙ тигән булып ҡылана ғына, сөнки барыһы ла үҙенең предметын иң мөһиме тип иҫәпләй. Урыҫ теле уҡытыусыһы ла шулай һанай. Бына әле «Иң-иң мөһим предмет» тигән темаға инша яҙырғ­а ҡушты ла инде. Бер генә һөйләм яҙыу ҙа етә: «Иң мөһим предмет – ул урыҫ теле», хатта хаталар менән дә «бишле» ала­һың. Серёжанан тыш, бөтәһе лә шулай итте лә, сөнки ул, ғөмүмән, нимә хаҡында һүҙ барыуын аңламаны. Предмет – ниндәйҙер ҡаты нәмә, тип уйланы һәм зажигалка тураһында яҙҙы.
– «Иң мөһим предмет, – тип ҡысҡырып уҡыны Серёжаның иншаһын уҡытыусы, – зажигалка. Унһыҙ тәмәке тартып булмай». Иҫең киткән икән, – ул уҡыуҙан туҡтаны, – тартып булмай. Үтеп барыусы берәйһенән ут һора, бына шул.
– Сүлдә булһаң? – тип тыныс ҡына ҡаршы төштө Серёжа.
– Унда ҡомдан да тоҡандырыр­ға була, – тип яуап бирҙе тыныс ҡына уҡытыусы. – Сүлдә ҡом эҫе.
– Яҡшы, – Серёжа тыныс ҡына ризалашты, – тундрала, минус иллелә?
– Унда булмай, – тип ризалашты урыҫ теле уҡытыусыһы.
– Улайһа, ни өсөн «икеле»? – тип һораны Серёжа.
– Сөнки беҙ тундрала түгел, – тыныс ҡына ауыр һуланы урыҫ теле уҡытыусыһы. – Тундра­ла түгел, – көтмәгәндә ул ҡысҡы­рып ебәрҙе, – иң мөһим предмет – бөйөк һәм ҡеүәтле урыҫ теле ул!

Педсовет

17 сентябрь, педсоветта.

Бер ваҡыт уҡытыусылар атаҡлы «икеле» тоҡсайы, өс тапҡыр IV «Б» синыфы уҡыусыһы Гаврилов Серёжаны педсоветта «Ни өсөн балалар уҡырға теләмәй һәм дәрестәрен әҙерләмәй?» тигән темаға доклад менән сығыш яһарға ҡушты.
– Күк йөҙө аҫтында эшләмәүҙең файҙаһы менән сағыштырырлыҡ бер нәмә лә юҡ. Сөнки Даоның законы ошонда, – тип башланы Серёжа. – Белемлелек бөтөрөлгәс, ҡайғы ла булмаясаҡ.
– Ә физика?!– тип ҡысҡырҙы урындан физика уҡытыусыһы. –Унан башҡа һин, Гаврилов, хатта Ерҙең түңәрәк икәнен дә белмәҫ инең!
– Ул нисек улай булһын? – Серёжа ғәжәпләнде.
– Нисекме! – география уҡытыусыһы түҙмәне, сумкаһынан үҙ-үҙеңде һаҡлау сараһы булараҡ һәр ваҡыт йөрөткән суйын глобус сығарҙы. – Бына глобус шикелле!
– Яҡшы, – Серёжа көлөмһөрәне һәм бармағы менән океанға төртөп күрһәтте, – улайһа, ни өсөн һыу түгелмәй?
– Ер уны магнит кеүек тарта! – тулҡынланыуҙан ҡыҙарынған физика уҡытыусыһы тағы ла һикереп торҙо.
– Магнит һыуҙы тартмай, – ти­не Серёжа һәм талсығып күҙ­ҙәрен йомдо. – Мин быны балалар баҡсаһында уҡ белә инем инде.

Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.

Дауамы бар.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code