Атанан күргән – уҡ юнған

Сынтимер ағай үҙенең эштәре менән.

Ағас менән эшләү урман яғында йәшәгән халыҡтың төп кәсептәренең береһе булып тора. Был шөғөл быуындан-быуынға тапшырыла килә. Белорет районының Береш ауылында йәшәүсе Сынтимер Мораҙымов та бөтә эшкә бәләкәйҙән атаһы Фәйзулланан өйрәнеп үҫә.

Хәҙер улдары – Илнур, Илдус, Тимур ҙа ағастан әйбер­ҙәрҙе ҡойоп ҡуйған кеүек яһап ҡуя. Илнур­ҙың бәләкәй генә улдары Илнар менән Илмир ҙа автомат, машина, ҡылыс кеүек малайҙар уйнай тор­ған уйынсыҡтарҙы үҙҙәре эшләп ала. Үҫкәс, улар ҙа әллә ниндәй оҫталар булып китер әле.
Сынтимер ағай йәшәгән йорт янына килеп туҡтағас та семәрләп биҙәлгән ситәндәр­ҙе, ихаталағы өҫтәл, эскәмйә, ултырғыстарҙы күреп, бында оҫта йәшәгәнлеген әллә ҡай­ҙан һиҙемләргә мөмкин. Күҙ яуын алырлыҡ әйберҙәр. Етмәһә, сифаты ниндәй! Ысын ағас­тан яһалған бит улар. Магазиндағы кеүек бысҡы онтағынан түгел инде. Ауылдарындағы һәр өйҙә тиерлек ул эшләгән әйбер бар. Бәләкәй генә орсоҡтан алып умарта, һандыҡ, карауаттарға тиклем яһай. Улар ныҡлы һәм хаҡы ла арзан.
Һеҙ һүрәттә күргән ҡыҙыл һәм ҡара буяуҙарға буялған өҫтәл менән эскәмйәне Санкт-Петербургтан килгән ҡунаҡ күреп ҡала ла шул тиклем оҡшата. 15 дана итеп эшләтеп, үҙҙәренә алып китә. Ҡарап тороуға ябай ғына кеүек, эйеме? Бына шулай бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫһәң, аҙаҡ ғүмер буйы шул һөнәреңдең фай­ҙаһын күреп йәшәргә мөмкин.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code