Атанан күреп ул үҫер, әсәнән күреп ҡыҙ үҫер

Иртәнге ҡояш нурҙары битемдән иркәләй. Эй, рәхәт тә һуң! Күҙҙәремде астым да тирә-яғыма күҙ һалам. Тып-тыныс. Туҡта! Тышта балта тауышы ишетелә түгелме? Эйе, атайым яңы һалынып ятҡан өй тирәһендә нимә менәндер булыша. Тиҙ генә кейендем дә урамға сыҡтым. Рәхәтлеге-е-е! Йоҡо ла осто.
– Торҙоңмо ни, улым, ярҙамсым минең, – тип атайым арҡамдан һөйә.
Тыуған өйөмдә һәр иртәм ошоға оҡ­шаш була. Яңы көндө ҡыуанып ҡаршылайым.

Ҡуйы урмандар, бәләкәй генә тауҙар, киң баҫыуҙар уратып алған тыуған ауылым Йәрмөхәмәтте. Уны икегә бүлеп, Урсап­ҡан йылғаһы, үҙенең бөтмәҫ-төкәнмәҫ йырын йырлай-йырлай аға ла аға. Ошондай матур тәбиғәтле ауылда минең ҡәҙерле атайым һәм һөйөклө әсәйем, дүрт балаға ғүмер биреп, татыу ғүмер итә. Бәхетле ғаиләнең биҙәге – беҙ, балалар, ике малай һәм ике ҡыҙ. Атайым да, әсәйем дә һөнәрҙәре буйынса – уҡытыусылар. Улар заман ауырлыҡтарына бирешмәй, матур йәшәй, тәрбиәле, инсафлы балалар үҫтерә.
«Йылға күрке – тулҡын ағышында, ағас күрке – япраҡ шауында, тормош күрке – татыу ғаиләлә», – тип дөрөҫ әйткән боронғолар. Әсәйем һеңлемде өй эштәренә өйрәтһә, атайым ҡус­тым менән мине: «Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ», – тип киләсәктә нисек хәстәрлекле атай булырға төрлө кәңәштәр бирә. Ул беҙҙе үҙенең матур сифаттары менән дә тәрбиәләй, сөнки ғаиләбеҙ айыҡ тормош яҡлы. Эсеү, тәмәке тартыу кеүек насар ғәҙәттәргә өйҙә урын юҡ.
Әсәйем: «Һеҙ – тормош йәме, йәшәйешебеҙ мәғәнәһе, беҙҙең киләсәгебеҙ», – тип һәр ваҡыт иҫкәртеп тора, ә атайым: «Тоғролоҡ, мөхәббәт, ышаныс, бер-береңде хөрмәтләү – әҙәплелек ҡиммәттәренең нигеҙе», – ти.
Күршеләребеҙ менән дә бик татыу ғүмер итәбеҙ. Уларға ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙербеҙ. Ауылда бер минут та буш тороп булмай. Йәй етһә, күмәкләп бесән, ҡышҡылыҡҡа етерлек утын әҙерләйбеҙ, емеш-еләк тә йыябыҙ.
Татыу булһаң, тормош йәмле була,
Аштар тәмле, йәшәү күңелле.
Берҙәм эшләп, гөрләп йәшәүҙәре
Үҙе оло бәхет түгелме?
Ысынлап та, тыуғандан алып ғүмере буйына кеше үҙе үҫкән, тәрбиәләнгән ғаилә менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй, сөнки ошонда ул шәхес булараҡ формалаша, уның киләсәгенә нигеҙ һалына. Юҡҡа ғына халыҡ ғаиләләге тәрбиәнең мөһимлеген билдәләп: «Ояһында ни күр­һә, осҡанында шул була», – тип әйтмәгән.
Эйе… Ҙурайып, оло тормош юлына аяҡ баҫҡас та кешегә ата-әсәләрҙең хәстәрлеге, йылы һүҙҙәре, аҡыллы кәңәштәре һәр саҡ кәрәк. Ҡайғы-хәсрәт килһә лә, шатлыҡ-ҡыуаныстары булһа ла, бала ғаиләһенә, ҡәҙерле кешеләре янына ашҡына. Шуға күрә лә бар теләгем: имен-һау йәшәгеҙ, һағынып ҡайтыр атай нигеҙе бул­һын.
Үҫемлек – тамырҙан, йылғалар шишмәнән баш алған һымаҡ, кеше тормошо ла тыуған йорттан, атай нигеҙенән башлана. Ата-әсә – ғаилә тотҡаһы, өләсәйҙәр – уның йоҙағы, ә балалар – көҙгөһө, тиҙәр. Әгәр тотҡа ҡупмаһын, йоҙаҡ боҙолмаһын, көҙгө ватылмаһын тиһәк, бер-беребеҙҙе һаҡлап, рәнйетмәй, хөрмәт итеп йәшәйек.
Атанан күреп ул үҫер,
Әсәнән күреп ҡыҙ үҫер,
Ағаһынан күреп ҡусты үҫер,
Апаһынан күреп һеңле үҫер,
Атай-әсәй яҡшылығы
Балаларына күсер.

Илдар ИШҠЫУАТОВ.
Баймаҡ районы, Ярат мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code