Атайҙар һүҙе — аҡылдың үҙе

Башҡортостандың халыҡ артисы, йырсы, ҡурайсы, бейеүсе Сәғиҙулла Баййегетов һәм уның ижады менән барығыҙ ҙа яҡшы таныш. Ә ул ниндәй ғаиләлә тәрбиәләнеп, хәҙер үҙе ниндәйерәк атай икән?

sagidulla

– Миңә 3 – 4 йәштәр самаһы ғына ине. Ибраһим ағайым (хәҙер мәрхүм инде) патефон һәм табаҡсалар алып ҡайтты, – тип башланы артист һүҙен, нисек итеп башлап йырлаған саҡтарын иҫенә төшөрөп. – Ул ваҡытта ферма һарыҡтарын һыуға төшөрөп йыуа торғандар ине. Шунда бер ай самаһы йөрөп, ағайым бер аҙ аҡса эшләй. Ана шуға ул ошо минең өсөн үтә лә ҡәҙерле әйберҙәрҙе һатып ала ла инде. Табаҡсала Фәриҙә Ҡудашева, Рамазан Йәнбәков, Фәрит Бикбулатов, Фидан Ғафаров һәм тағы ла әллә күпме йырсыларҙың иҫ китмәле йырҙары туплан­ған. Шуларҙы тиҙ генә отоп ала торғайным. Аҙаҡ һуғым байрамдарында, һабантуй­ҙарҙа йырланым. Сы­ғыш яһаған һайын аяҡ аҫтыма тәңкә аҡса һибәләр. Бигерәк тә ҡул сабыуҙар ныҡ дәртләндерә ине. Шул саҡта уҡ: «Артист буласаҡмын», – ти торғайным. Шө­көр, хыялым тормошҡа ашты. Ул ваҡытта минән дә бәхетле­рәк кеше булмағандыр. Ни тиһәң дә, үҙем аҡса эшләп табам бит. Ашауға ла на­ҡыҫыраҡ ваҡыт ине. Ә мин магазиндан тәмлекәстәр һатып алып һыйланам. Хә­ҙерге заман теле менән әйткәндә, «текә» малай булып киттем.
– Ауылдағы тормош ҡаланыҡынан ныҡ айырыла. Балалар эшкә иртә өй­рәнә. Бигерәк тә күп балалы ғаиләләрҙә. Ағаһынан, апа­һынан өлгө алып, күпте өйрәнеп, белеп үҫәләр. Ә бына атай тәрбиәһенә килгәндә, нимәләр әйтерһең?
– Беҙҙең атай авариянан һуң бик ҡаты сирләне. Башы ауыртыуға ныҡ зарлана тор­ғайны. Тауышты яратманы. Шуғалырмы, ҡатыраҡ холоҡло булды. Беҙ күберәк әсәй менән фермала йөрөй тор­ғайныҡ. Уға быҙауҙар ҡараштыҡ.
Бер саҡ шулай ауылдағы музыка мәктәбендә уҡып йөрөйөм. Әһли Фазли улы Сөләймәновтан ҡурай сер­ҙәренә өйрәнәм. Башта һыҙ­ғырта алмайынса бер булдым. 17 көн буйына шулай ыҙаландым. Ә бер көндө кискеһен өйҙә ут һүнде лә ҡуй­ҙы. Дөм ҡараңғы. Минең иҫкә «келт» итеп шкаф башында ятҡан ҡурайым килеп төштө. Ҡараңғыла тиҙерәк өйрәнәһең, тип әйткәндәрен ишеткәнем бар. Гармунда ла мунсала көй сығарырға кәңәш итәләр бит. Ҡурайҙы ипләп кенә алдым да юрған аҫтына инеп яттым. Һыҙғыртып ҡарайым. Саҡ ҡына тауыш сыҡҡандай итте. Маташа торғас, теләгемә ирештем бит! Мин бар донъям­ды онотоп, ҡурайҙа уйнай башланым. Хатта өйҙәге атай ҙа иҫтән сыҡҡан. Шунан бер заман кемдер һаҡ ҡына юрғанды аса башламаһынмы?! Күҙҙәрҙе сытырлатып йомоп, нимә булыр икән, тип көтөп ятам. Ҡараһам, атай тора.  Ут та биргәндәр. Өй эсе яп-яҡты. «Улым, мин үлгәс, уйнарһың, йәме», – тине лә атай урынына барып ятты. Ул ваҡытта үҙенә ныҡ ҡына үпкәләгәйнем. Хәҙер аңлайым инде. Сәләмәт кеше сирленең хәлен бик белеп еткермәй шул.
Ғаиләбеҙҙә атай һүҙе булды. Унан шулай әҙерәк шөрләү кәрәк булғандыр. Юғиһә, анау тиклем балаларҙы тотоп ҡара. Әлеге кеүек берәү-икәү генә түгел бит. Шуға ла барыбыҙ ҙа эшкинеп үҫкәнбеҙҙер, тим хәҙер. Ә бына әсәйебеҙ, киреһенсә, сабыр холоҡло, иҫ китмәле зирәк ҡатын. Әүлиә тип йөрөтәм мин уны. Һәр ваҡыт: «Атайығыҙ ни әйтер?», «Атайығыҙҙан һорағыҙ», – тип беҙҙең алда уның бәҫен күтәрер ине. Бәхетебеҙгә, әле лә ҡәҙерлебеҙ иҫән. Дин тота. Һаман һыйыр аҫрай. Янына һағынып, дәртләнеп ҡайтабыҙ. Бала һәр ваҡыт әсәһе янында бала булып ҡала икән ул. Өйгә ҡайтһам, уның иркәләгәнен, башымдан һыйпап яратҡанын көтөп ултырам. Башҡа ағайҙарыма күберәк иғтибар бүлһә, эстән генә хатта көнләшә башлайым әле.
– Хәҙер һинең үҙеңдең ғаиләң бар. Балаларығыҙ нисәү?
– Ҡатыным Айгөл менән бер ул, бер ҡыҙ тәрбиә­ләйбеҙ. Улыбыҙ Арыҫлан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында етенсе синыфта белем ала. Ҡы­ҙыбыҙ Наҙгөл Фатима Мос­тафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында – дүртенсе синыфта. Аллаға шөкөр, һәйбәт уҡыйҙар. Улым төрлө спорт секцияларына йөрөй. Был йәһәттән гимназия бик көслө.
– Һин үҙең ниндәйерәк атай?
– Талапсан, тип әйтер инем. Тәртип яратам. Көн һайын балаларыма ваҡытымды бүлергә тырышам. Дәрестәрен ҡараштырам. Улымды ҡулымдан килгәнсе ир-егеттәр башҡара торған эшкә өйрәтеп үҫтерәм. Үҙебеҙҙең баҡсабыҙ бар. Ял һайын унда барып, мунса яғабыҙ. Өй һал­ғанда тотам да ҡалмайынса артымдан эйәреп йөрөнө. Бәләкәйерәк сағында мин эшләгәндә, сүкешен, ҡа­ҙағын биреп торҙо. Маҡтаһам, эй, күңеле күтәрелеп китә инде. Тағы ла дәртләнеберәк эшләй башлай. Шуға маҡтап алыу бер ҙә яҙыҡ түгел. Хәҙер улым бөтә нәмәне үҙе белеп баш­ҡара. Ҡышҡыһын икәүләп ҡар көрәйбеҙ, утын ярабыҙ. Ә йәйгеһен баҡсала эш тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел.
13 –14 йәштә малайҙарҙың холҡо кинәт үҙгәрә башлай. Һынылыш осорон кисерәләр. Әле Арыҫлан шул йәштә. Был ваҡытта янында атай кешенең булыуы мөһим. Беҙ уның менән йыш ҡына ултырып һөйләшеп алабыҙ. Бөтә нәмәне лә егет кеше әсәһенә һөйләй алмай бит инде.
Ҡыҙыбыҙ күберәк әсәһе янында урала. Ял көндәрен бергәләп, ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә тырышабыҙ. Өлә­сәй­ҙәре янында булырға ла яраталар.
Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйтәм: ғаиләлә ир ныҡлығы, атай һүҙе бар икән, тәртип тә була.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әңгәмәләште.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code