Ата-әсәләр форумы

19 майҙа Өфөлә II республика ата-әсәләр форумы үтә. Башҡортостан Мәғариф министрлығы хәбәр итеүенсә, уның программаһы республика һәм федераль кимәлдәге күп кенә эксперттар, практиктар ярҙамында әҙерләнә һәм бик сағыу, файҙалы, ҡыҙыҡлы, бай йөкмәткеле булырға оҡшай.

Бындай форум тәүге тапҡыр Башҡорт­остан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың башланғысы менән 2017 йылдың 1 июнендә үтте һәм үҙ майҙансығында 500-ҙән ашыу ата-әсәне йыйҙы. Был юлы унда ҡатнашыусылар заманса белем биреүҙә ата-әсәләр берләшмәләренең ролен тикшерәсәк. Форум балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау, улар­ҙың проб­лемаларын иҫкәртеүгә һәм асыҡлауға йүнәлтелгән. Тимәк, ул эштең һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн шарттар булдырыу, йәм­ғиәтте социаль әһәмиәтле эштәргә, ғаиләләр менән эшләү тәжрибәһен уртаҡлашыуға бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә дәүләт власы органдары һәм йәмәғәт ойошмалары көсөн туплау маҡсаты менән ойошторола.
Форум сиктәрендә ата-әсәләр өсөн оҫталыҡ дәрестәре, фекер алышыу майҙансыҡтары ойоштороласаҡ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code