Атаһы – Үлмәҫбай, һеңлеһе – Аҡйондоҙ…

Ә уның исеме – Алтынай, фамилияһы – Вәлитов. Ишеткәнегеҙ бар­ҙыр әле был егет тураһында. Бейеүсе, брейк-данс оҫтаһы. Иң беренсе мин дә, ҡыҙҙар исеме түгелме ул Алтынай, тип аптырағайным.

– Мин тыуғанда был исем яңы тарала ғына башлаған булған, әсәйемә бик оҡшаған да Алтынай тип ҡушҡандар. Танышҡанда күптәр ғәжәпләнә, өйрәнеп бөттөм инде хәҙер, – ти егет.
Атаһы ла һирәк осрай торған Үлмәҫбай исемен йөрөтә. Алтынай ҙа уға оҡшап, аҡһыл бөҙрә сәсле, зәңгәр күҙле. Бик үҙенсәлекле үтә уның бала сағы. Шаян, тиктормаҫ була. Аҡйегет ҡустыһы менән гел бергә уйнай­ҙар. Әйткәндәй, Аҡйондоҙ исемле һеңлеһе лә бар.
– Бейеклектән ҡурҡмай ҡыйыҡ башынан баҫтырыша, кәртә аша һикерә тор­ғайныҡ. Бер ваҡыт ҡолап төшөп, аяҡты һындырҙым, – тип көлөп хәтерләй Алтынай. Шулай бәләкәйҙән экстремаллекте ярата ул. Ә сәнғәткә һөйөүе олатай-өләсәйенән, әсәһенән киләлер. Әсәһе Фәйләрә апай Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған, баянда, ҡурай­ҙа, гитарала уйнай, йырлай ҙа. Алтынай ҙа шиғырҙар ижад итеп ҡарай, йырларға, бейергә ярата. Ә брейк-дансты ул үҙ аллы өйрәнә. Төрлө трюктар­ҙы видеоға ҡарап эшләй. Ҡус­тыһы Аҡйегет менән бергәләп даими шөғөлләнәләр. Атай-әсәй­ҙәре эштә саҡта көнө буйы өйҙә музыка яңғырай, йығылып тәндәрен һыҙырып, күгәртеп бөтәләр. Аҙаҡ шөғөлдәрен урамда дауам итәләр.
– Брейк-дансты атайым да, синыфташтар ҙа оҡшатмай. Юҡ менән булаһың, өлкәнәйергә ваҡыт, тиҙәр ине. Яйлап оҫтарып, төрлө трюктарҙы видеоға төшөрөп, интернетҡа һала башланыҡ. Ә «Дан минуты» район конкурсында Гран-при алыуыбыҙ тағы ла дәртләндереп ебәрҙе. Беҙгә белгән трюктар­ҙан бейеү һалырға тәҡдим иттеләр. Яйлап сәхнәлә сығыш яһай башланыҡ. Ә 2013 йылда Рәсәй телеканалында бар­ған «Ҙур бейеүҙәр» телепроектының кас­тингында ҡатнашырға батырсылыҡ иттем һәм үттем. Проектта өс ай буйы шөғөлләнеү, танылған артистар менән эшләү тәжрибәне арттырҙы, үҫтерҙе, – тип һөйләй Алтынай.
Бынан һуң йәш бейеүсене Төркиәгә саҡыралар. Анталияла килешеү буйынса бер йылға яҡын эшләй. 2016 йылда Мысырҙа дүрт ай булып ҡайта, Сочиҙа ла сығыштар яһай ул. Әлеге ваҡытта Аҡйе­гет ҡустыһы менән бергә эстрада йырсыһы Гүзәл Уразова төркөмөндә Рәсәй ҡалалары буйлап гастролдә йөрөйҙәр.
Алтынайҙың атаһы – балта оҫтаһы. Уның, берәй һөнәр үҙләштер, тигән һүҙен йыҡмай Өфөләге сәнғәт училищеһында уҡыған. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумында белем алған. Ә әлеге көндә егеттең яратҡан һөнәре, икмәге – брейк-данс. Уның интернеттағы видеоклиптарын ҡарағанығыҙ бармы? Мәҫәлән, Ютубтағы «Ҡамыт», «Иле юҡтың – теле юҡ» тигәндәрен? «Замана байығы»н нисек брейк-данс стилендә бейегәнен? Алтынайҙың тамашасыһы күп. Иң мөһиме: был рухлы егеттең халыҡҡа әйтер һүҙе, донъяла барған хәл-ваҡиғаларға ҡарата үҙ фекере бар. Рэп стилендәге йырҙары аша еткерә ул уй-хистәрен.
– Алтынай, үҙеңдең студияңды ас! – ти уға дуҫтары. Йырҙар ижад итә, бейей, ысынлап та, үҙ студияһын асырлыҡ, үҙенең айырым концерттары менән сығыш яһарлыҡ егет бит. Нәҡ ошо турала хыяллана ла инде әлеге мәлдә бейеүсе.
Бер ниндәй ҡаршылыҡтарға ҡарамай, ныҡышмалы рәүештә алға табан барған, матур хыялдар менән бергә йәшәгән Алтынай­ҙың сәхнәне, эстраданы яуларына ышанабыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code