Ашнаҡсы булыр әле

Малайҙар араһында ла аш-һыуға оҫталар бар ул. Бешерһәләр, ризыҡтары телеңде йоторлоҡ була.

Бына Өфөнән 12 йәшлек Рома Кокосенконы ғына алайыҡ. Кулинария, тип бигерәк иҫе киткән. Бургерҙарға үҙенсәлекле эслектәр эшләргә ярата, шауырма, төрлө соустары ла шәп килеп сыға. Эштән арып-талып ҡайтҡан ата-әсәһен өҫтәлдә һәр ваҡыт матурлап биҙәлгән бургерҙар көтә. Рецебын Рома үҙе уйлап таба, тиҙ туҡланыу кафеларында булыу ҙа йәш кулинарҙы илһамландырып ебәрә. Тәбиғәт ҡосағына ял итергә сыҡҡанда ла әсәһенә эш ҡалдырмай, туҡланыуҙы үҙе хәстәрләй. Бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, аш-һыу ризыҡтары әҙерләүенә таныш-тоноштары ла аптырай.
– Мин бөтә ғүмерем буйы хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләнем, һәр ваҡыт кулинария конкурстарында ҡатнаша тор­ғайным. Тормош иптәшем дә бешеренергә бик ярата. Шуға ла Романың бәләкәй сағынан аш-һыу менән ҡыҙыҡһыныуы һис тә ғәжәп түгел. Дүрт йәшендә генә үҙем менән бергә ашнаҡсылар ярышына ла алып барғайным, – ти әсәһе.
Ә тәүге ризығын – бәшмәктән ҡурҙаҡты баҡсала әҙерләп ҡараған. Уның тәмлелеген ғаиләләрендә һаман хәтерләйҙәр.
Рома кулинария буйынса төрлө конкурстарҙа ла оҫталығын һынай. Быйыл йәй барбекю эшләү буйынса беренсе балалар фестивалендә I урын алған. Нуғайҙа үткән хәйриә марафонында ҡатнашып, тәлмәрйен рәүешендә бургер эшләгән. Рецебын үҙе уйлап, аҙыҡ-түлек алған, итте ҡыҙҙырып бешергән. Һөҙөмтәлә, бургер-тәлмәрйене тиҙ генә һатылып бөткән.
Әле Рома Өфө дәүләт нефть техник университетының инженер лицейында белем ала. Уҡыуҙан тыш, каратэ, баскетбол менән шөғөлләнергә лә өлгөрә, кулинарияға ла ваҡыт таба. Оҙаҡламай әсәһе менән бергәләп Яңы Абҙаҡта уҙған «Fish vs Meat» байрамына барырға йыйынып йөрөй. Унда өс номинацияла көстәрен һынап, камбала, сусҡа итенән ризыҡтар, уханы үҙенсәлекле итеп бешереп ҡарамаҡсылар.
Бәләкәй сағынан аш-һыу әҙерләү менән ҡыҙыҡһынған Рома киләсәктә ашнаҡсы булып китер әле. Уның үҙенсәлекле ризыҡтарын беҙгә лә тәмләргә яҙһын.

Г. РАМАҘАНОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code