Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!

1 июлдән почта бүлексәләрендә гәзит-журналдарға алдан яҙылыу башланды. Ул 31 авгусҡа тиклем дауам итәсәк. Ошо ваҡыт эсендә «Йәншишмә»гә лә 2019 йылдың беренсе яртыһына быйылғы хаҡтар менән яҙылырға мөмкин. Баҫмаларҙы ташыу һәм адресатҡа алып барып еткереү өсөн тарифтар ҙа былтырғы кимәлдә ҡала. Ташламалар һәм льготалар ҙа һаҡлана. Әйҙәгеҙ, форсаттан файҙаланып ҡалайыҡ.
Гәзиткә өйҙә ултырған килеш кенә интернет аша ла яҙылырға мөмкин. Бының өсөн ошонда инеп, «Йәншишмә»нең электрон төрөнә яҙыла алаһығыҙ. Гәзит электрон адресығыҙға PDF форматында киләсәк. Әйткәндәй, электрон версияһы ҡағыҙҙа баҫылған гәзиткә ҡарағанда осһоҙораҡ.
Гәзиттең ҡағыҙҙа баҫылғанына «Рәсәй почтаһы»ның сайты аша ла яҙылыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн podpiska.pochta.ru/press/П2765 һылтанмаһына инергә кәрәк.
Ә кемдәр 2018 йылдың икенсе яртыһына яҙылырға онотҡан, һеҙгә шуны еткерәбеҙ: әле лә һуң түгел. 20 июлгә тиклем өлгөрһәгеҙ, гәзит августан өйөгөҙгә килә башлар.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code