Арзан хаҡҡа яҙылып ҡал!

Ҡәҙерле дуҫтар! 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға ваҡытынан алда яҙылыу дауам итә. Акция 31 мартҡа тиклем бара, өлгөрөргә тырышығыҙ. Ни өсөн тигәндә, әле арзаныраҡ хаҡҡа яҙыла алаһығыҙ. Һуңынан хаҡтарҙың артыуы көтөлә. Әле ваҡыт яғы ла иркенерәк. Уҡыу йылы аҙағы етһә, мәшәҡәттәр күбәйә, имтихандарға әҙерлек башланып, гәзиткә яҙылыу онотолоп торола. Шуға ла был мөмкинлектән файҙаланып ҡалығыҙ.
«Йәншишмә»лә быйыл да төрлө конкурстар иғлан ителде, билдәле яҙыусыларыбыҙҙың матур-матур әҫәрҙәре донъя күреп тора. Шулай уҡ донъя, республика яңылыҡтары менән дә танышып бара аласаҡһығыҙ. Әйҙәгеҙ, бергә булайыҡ, дуҫтар!

«Йәншишмә»гә бер айға яҙылыу хаҡы – 77 һум 29 тин, ярты йылға – 463 һум 74 тин.

Индексы – П2765.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code