Архивтарҙа тарих һаҡлана

IMG_5636Ерҙә ниндәй генә һөнәрҙәр юҡ?! Шуларҙың береһе – архивсы. Әйҙәгеҙ, бөгөн ошо хеҙмәт эйәләренең эше менән танышайыҡ. Бының өсөн беҙ Башҡорт­остан Республикаһы Үҙәк дәүләт тарих архивының бүлек етәксеһе Зөлфәр Ғәбит улы ҒӘТИӘТУЛЛИНға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

– Зөлфәр Ғәбит улы, архив тураһында ҡыҫҡаса ғына һөйләп үтегеҙ әле. Унда ниндәй мәғлүмәттәр һаҡлана?
– Архив, ябай ғына итеп әйткәндә, документтар һаҡланған урын. Ул республикабыҙҙың үткәнен, тарихын, социаль-иҡтисади үҫешен сағылдыра. Мәғариф, медицина һәм башҡа өлкәләр, хатта эре предприятиелар, уларҙа эшләгән кешеләр тураһында ла белешмәләр табырға мөмкин. Беҙҙең архивта бөтәһе 2 миллион 500 тирәһе документ һаҡлана. Күләмдәре төрлөсә: бер нисәнән алып 1 мең биткә тиклем. Иң тәүгеләре 1750 йылдан башлана. Ә унан да борон­ғораҡ документтар – Мәскәү архивтарында.
Элек мәсеттәр һәм сиркәүҙәр ЗАГС ролен дә үтәгән бит. Метрика кенәгәһенә һәр яңы тыуған сабыйҙы, никахҡа инеүселәрҙе, айырылышыусыларҙы, вафат булыусыларҙы айырым теркәп барғандар. Хатта мосолмандар араһында талаҡ әйтеүселәр тураһында ла мәғлүмәттәр бар. Беҙҙә Бөрө, Бәләбәй, Орск, Стәрлетамаҡ, Троицк, Өфө өйәҙҙәренең, Өфө, Бөрө, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ ҡалаларының метрика кенәгәләре һаҡлана. Ҡайһылары беҙҙең көндәргә тиклем килеп етмәгән, юғалып та бөткән инде.
– Тимәк, архивҡа килеп, ошо боронғо документтарҙы үҙ күҙең менән күреп, тотоп, кәрәкле белешмәне табырға мөмкинме? Ғөмүмән, халыҡ һеҙгә күберәк ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итә?
– Беҙҙең архив аша йылына 35 мең кеше төрлө белешмә ала. Эш хаҡы, хеҙмәт стажы, ер биләмәһе, милекте хосусилаштырыу буйынса һорауҙар күп. Ғилми эш яҙыусылар, дисссертация өҫтөндә эшләүселәр, студенттар уҡыу залында шөғөлләнә. Һуңғы йылдарҙа шәжәрәһен, тыуған ауылдарының тарихын өйрәнергә теләүселәр ҙә күбәйҙе. Тик метрика кенәгәләренең иҫке төрки телендә яҙылыуы бер аҙ ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Әммә беҙҙең белгестәргә тәржемә буйынса ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә мөмкин.
– Әйткәндәй, һеҙҙең уҡыу залына инеү иреклеме?
– Эйе, теләгән кеше унда ултырып шөғөлләнә ала. Тик тәүҙә ғариза тултыраһың, паспортыңды килтереү мотлаҡ. Уҡыусы йәшендәге балаларға атай-әсәйҙәре йәки уҡытыусылары менән генә инергә рөхсәт ителә.
– Шәжәрә ағасын төҙөргә теләүселәргә эште нимәнән башларға кәңәш итер инегеҙ?
– Иң беренсе, әлбиттә, өйҙә атай-әсәйҙәрҙән, олатай-өләсәйҙәрҙән, оло йәштәге туғандарҙан һорашырға кәрәк. Шунан һуң алынған мәғлүмәттәрҙе архив документтары менән нығытырға, дәлилләргә лә мөмкин. Бының өсөн тәүҙә район архивтарына мөрәжәғәт итегеҙ. ЗАГС-тарҙа 1920 йылдан алып акт яҙмалары һаҡлана. Шәжәрә төҙөгәндә шәхестәрҙе ентеклерәк өйрәнер өсөн ревизия мәғлүмәттәрен файҙаланалар. Беҙҙең архивта 1795, 1811, 1816, 1834, 1850, 1859 йылғы «Ревизские сказки», хәҙергесә әйткәндә, халыҡ иҫәбен алыу документтары һаҡлана. «Сказки» тигәнде әкиәт тип аңларға ярамай. Ғаиләләр тураһында мәғлүмәтте старшина өйөндә кеше һөйләүе буйынса яҙып алғандар, шунан өс тапҡыр ҡысҡырып уҡып, хата китмәгәнме, тип тикшергәндәр. Был мәғлүмәтте беҙҙең Үҙәк дәүләт тарих архивының сайтынан да (gasrb.ru) табып уҡырға мөмкин. Нәҫел ағасын үҙең өйрәнеү бик мауыҡтырғыс, әлбиттә, әллә күпме ҡыҙыҡлы мәғлүмәт белеп ҡалаһың. Шулай ҙа мөмкинлегең юҡ икән, беҙҙең архивҡа мөрәжәғәт итеп, эшләтеп алырға була. Был хеҙмәт түләүле.
– Бында бик боронғо ҡулъяҙмалар, ҡәҙерле документтар һаҡлана. Уларҙы тәртиптә тотоу, боҙолоуға юл ҡуймау, йәғни киләһе быуындар өсөн дә һаҡлау өсөн нимәләр эшләнә?
– Беҙҙә һаҡлауҙы тәьмин итеүсе махсус бүлек бар. Документтар ҡуйылған бүлмәләрҙең температураһын, дымлылығын күҙәтеп торалар. Кәрәк булһа, дезинфекция үткәрелә, реставрация эшләнә. Һәр нәмәнең – үҙ тәртибе. Бик күп документтар электрон вариантҡа күсерелә. Архив мәғлүмәттәренә таянып, йыйынтыҡтар әҙерләйбеҙ һәм нәшер итәбеҙ.
– Уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
– Үткәндәрҙе белмәй тороп, киләсәкте күҙаллау мөмкин түгел. Тарихты өйрәнеүҙе үҙегеҙҙең ғаиләнән башлағыҙ. Тырышып уҡығыҙ, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашығыҙ. Халҡыбыҙҙың лайыҡлы шәхестәре булып үҫеүегеҙҙе теләйем.
– Ихлас яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Яуаплы һәм халҡыбыҙ өсөн кәрәкле хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.

Э. ҒӘЛЛӘМЕТДИНОВА әңгәмәләште.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code