Артур Сурин иҫтәлегенә

Чемпион булған Бүребай хоккейсылары күсмә кубок менән.

Ғинуар айында көндәр бик һалҡын килде. Шуға ҡарамаҫтан, районыбыҙҙың шәп егеттәре Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) һәм Әбеш ауылдарына хоккей турнирына йыйылды. Был ярыш Вәзәм ауылында тыуып үҫеп, мәғариф министры урынбаҫары дәрәжәһенә күтәрелгән арҙаҡлы яҡташыбыҙ Артур Шәйхетдин улы Сурин иҫтәлегенә бағышланды.

26 ғинуар көнө ике ауылда ла иртәнсәктән хоккей майҙансыҡтары әҙер ине. Ярышҡа райондың ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, мәктәп директорҙары ла килгәйне. Әбеш һәм Вәзәм ауылы егеттәре бер команда булып уйнаны. Уларҙы тулыһынса Артур Шәйхетдин улының уртансы улы Урал махсус кейемдәр менән тәьмин итте. Ярышта барлығы алты команда ҡатнашты. Уйын шул тиклем көсөргәнешле, сәмле барҙы. Егет­тәребеҙ ысын хоккейсы­лар­ҙан бер ҙә ҡалышманы. Көйәрмәндәр ҙә бик күп йыйыл­ғайны. Ауыл клубында ағинәй­ҙәр сәй табыны ойошторһа, Вәзәм ауылы башланғыс мәктәбе уҡыусылары тарафынан йәрминкә үткәрелде.
Бына биш сәғәт буйына дауам иткән алыштан һуң тулҡынландырғыс мәл дә килеп етте. Дүртенсе урынды Аҡъяр хоккейсылары алды, өсөнсөлә – Һамар ауылы командаһы. Ә беҙҙең Әбеш-Вәзәм ауылы уйынсылары II урын яуланы. Бүребай хоккейсылары – чемпион!
Татырүҙәктән Альфред Сөләймәнов – «Иң яҡшы һөжүм итеүсе», ә Һамарҙан Андрей Казанов «Иң оҫта һаҡсы» тип билдәләнде. Вәзәмдән Ғәзинур Сурин «Иң шәп ҡапҡасы» булып сыҡты. Бүләктәр «Йәншишмә», «Йәшлек» гәзиттәренән, ауыл хакимиәтенән һәм дә Урал Сурин ағайҙан ине. Бүребай уйынсыларына Артур Шәйхетдин улы Сурин иҫтәлегенә булдырылған күсмә кубок тапшырылды. Турнирҙа судья булып йөрөүсе һәм ошо майҙансыҡты уйынға яҡшылап әҙерләүсе Флорид ағай Суринға Әбеш мәктәбе директоры Радмир Вәкил улы Ниғмәтуллин сәкән бүләк итте.
Компьютер алдында көн үткәреп түгел, ә тышта саф һауала хоккей уйнарға йөрөгән малай­ҙарға һәм был ярышты ойоштороусы ауыл хакимиәте башлығы Таһир Мөғлитдин улы Юнысовҡа: «Афарин!» – тип кенә әйтергә ҡала!

Инсаф ҠЫРҒЫҘБАЕВ, III синыф уҡыусыһы.
Хәйбулла районы, Бәләкәй Арыҫланғол башланғыс мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code