Беҙҙең футболсылар тәки Испанияны еңде бит! Бының өсөн иң ҡулай ысулын таптылар. 11 уйынсы күп ваҡытын үҙ ҡапҡаһын һаҡлап үткәрҙе, йәғни футбол көйәрмәндәре теле менән әйткәндә, «автобус» ҡуйып уйнанылар. Улай ҙа ярай инде. Башҡаса Испания командаһына ҡаршы тороу ҡыйын…
Уйындың төп һәм өҫтәмә ваҡыты ла 1:1 иҫәбе менән тамамланғас, пенальти типтеләр. Бында инде ҡапҡасыбыҙ Игорь Акинфеев оҫталыҡ күрһәтте! Ике тапҡыр ҡотҡарҙы!
Хәҙер Рәсәй футболсылары 7 июлдә Хорватия менән уйнаясаҡ. Бүтән парҙар: 6 июль, Уругвай – Франция, Бразилия – Бельгия, 7 июль, Швеция – Англия.
М. КӨЙӘРМӘНОВ.