Апай ҙа бит ул

Дилиә һеңлеһе Фидәлиә менән.

Яңы уҡыу йылының тәүге сиреге тамамланды ла. Уҡыусылар ун көнгә яҡын рәхәтләнеп ял итәсәк. Ә беренсе синыфта уҡыған Дилиә Шакированың тәүге каникулы. Шуғамы икән, ҡыҙ уны көтөп алды. Мәктәптә белем алыу ҙа оҡшай уға. Уҡытыусылары Ирина Юрьевна Матвиенко күп нәмәгә өйрәтә. Синыфтарында 26 бала. Үҙ-ара татыуҙар. Дилиәнең дуҫтары ла күбәйгән. Дәрестән һуң бергәләп уйнайҙар. Ул йәшәгән Межгорье ҡалаһы әллә ни ҙур түгел. Бөтә балалар ҙа мәктәпкә йәйәү генә йөрөй.

– Мин уҡырға төшмәҫ элек үк бөтә хәрефтәрҙе белә, ҡушып уҡый, йөҙгәсә һанай инем. Балалар баҡсаһында бейеүгә йөрөнөм. Әле думбырала уйнарға өйрәнәм. Өйөбөҙҙән йыраҡ түгел музыка мәктәбе бар. Унда ла шөғөлләнәм. Бейеү һәм «Ҡарлуғас» театр түңәрәктәренә яҙылдыҡ, – ти Дилиә.
Үҙе бәләкәй генә булһа ла, ҡайһылай маладис. Әле улар «Доктор Айболит» әкиәтен сәхнәләштерә. Дилиә – Төлкө. Өйҙә өс йәшлек кенә Фидәлиә һеңлеһе менән икәүләп атаһы, әсәһе алдында театр күрһәтәләр. Улар – үҙҙәре лә музыкаль яҡтан һәләтле кешеләр. Атайҙары ҡурайҙа оҫта уйнай. Махсус белеме лә бар. Ә әсәйҙәре – бейеүсе.
– Дилиәбеҙ өйҙә лә ярҙам итә, – тип ул ҡыуанып бөтә алмай. – Һеңлеһе бәләкәй бул­ғас, бер аҙ иркәрәк, шуны апайҙарса матур ғына итеп тынысландыра белә. Уйлап ҡараһаң, үҙе лә әле сабый ғына. Манты, бәлеш әҙерләргә тотонһам, эргәгә килә һалып, ярҙамлаша башлай.
Әкиәт яратҡан ҡыҙ китапхананан төрлө китаптар алған. Каникулда шуларҙы уҡыясаҡ. Әсәһенең тыуған яғы Баймаҡҡа ла ҡайтып киләсәктәр. Юғиһә, өләсәйҙәре үҙҙәрен бик һағынған.
Каникулың күңелле үтһен, Дилиә!

Х. ХӘСӘНОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code