Алтын миҙгел

Тауҙың ҡалҡыу еренә менеп тыуған еремде күҙәтәм. Бар тирә-яҡ төрлө төҫкә күмелгән: һары, ҡыҙыл, ә араларында йәм-йәшел булып ҡарағай, шыршылар ултыра. Әйтерһең дә, рәссам оҫталығын күрһәтеп, уларҙы матур итеп буяп сыҡҡан. Һомғол буйлы ҡайындар алтын тәңкәле бейеүсе ҡыҙыҡай һымаҡ та ул, иҫкән елгә һығыла, бөгөлә. Ҡыҙарып бешкән балан, миләш ағастары әллә ҡайҙан баҙлап ултыра.

Тиҙҙән ҡоштар ҙа йылы яҡҡа осор, айыу ҡышҡы йоҡоға талһа, йәнлектәр тунын алмаштырыр инде.
Көҙ көнө беҙ сәскән уңыштарыбыҙҙы: кишер, картуф, сөгөлдөр, һуған һәм бик күп емеш-еләктәрҙе йыйып алабыҙ. Был алтын миҙгел миңә ныҡ оҡшай, сөнки бар тәбиғәт әкиәт донъяһылай күркәм һәм тап ошо мәлдә яңы уҡыу йылы башлана. Һәр бер бала матур кейенеп, шатланып мәктәпкә ашҡына.
Тыуған еремә алтын көҙ килде, тәбиғәт ҡышҡы йоҡоға әҙерләнә. Һәр миҙгел үҙенсә матур шул.

Сөмбөл ЙОСОПОВА, VI синыф уҡыусыһы.
Учалы районы, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code