«Алтын ҡурай»ҙа рәхәт!

Быйыл да Таштуғай мәктәбендә «Алтын ҡурай» тип аталған көндөҙгө һауыҡтырыу үҙәге эшләне. Унда «Әфлисундар» һәм «Йондоҙҡайҙар» отрядтарына бүленеп, 17 бала ял итте. Ҡыҙҙар, малайҙарҙың ялы күңелле уҙһын өсөн тәрбиәселәр Сәриә Латипова, Гөлсинә Рахманғоловалар бар көсөн һалды. «Күңелле старттар», төрлө спорт ярыштары үткәрелде. Лагерға йөрөүселәр баш­ҡорт милли уйындарын уйнап та рәхәтләнде. Рәсәй һәм Ғаилә көндәренә арнап халыҡ алдында концерт та ҡуй­ҙылар.

«Дуҫлыҡ көнө», «Китап көнө», «Мажаралы көн», «Тәбиғәт ҡосағында», «Музыка көнө» кеүек төрлө фәһемле, ҡыҙыҡлы тәрбиәүи саралар ҙа уҙғарылды. Һәр бала бик теләп ҡатнашты. Фантазияға ла бай икән үҙҙәре! «Оҫта ҡулдар» түңәрәгендә һәр отряд ярышып, «Ижади эш» мөйөшөн йыһазландырҙы, хатта «Халҡым хазинаһы» музейын да булдыр­ҙылар.
Ашнаҡсы апайҙар – Нәжиә Мерәҫева һәм Гөлсинә Абдуллиналар яҡты йөҙҙәре менән ҡаршы алып, көн дә балаларҙы тәмле аш, витаминлы һуттар, фай­ҙалы салаттар менән һыйланы.
Ваҡыт тиҙ үтте. Балаларға лагерь менән хушлашыу мәле лә етте. «Минең лагерҙан ҡайтҡым килмәй…», «Лагерь оҙаҡ бул­һын ине», «Беҙҙе бында яҡшы ашаталар…», «Лагерҙа бик күңелле…» – тип әйтелгән һүҙҙәр үҙәктең эшенә юғары баһа ҡуйҙы.
Балалар рәхәтләнеп ял итте. Лагерҙа эшләүсе тәрбиәселәргә, ашнаҡсыларға, йыйыштырыусы Филүзә Әбделмәнова апайҙарға ҙур рәхмәтемде белдерәм.

Миңзәлә РӘШИТОВА, көндөҙгө ял итеү үҙәге етәксеһе.
Хәйбулла районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code