Алма ағасынан алыҫ төшмәй

Был донъяла үҙеңде бәхетле тип һанауҙың төп нигеҙе туғандарың, яҡындарың менән татыу йәшәүҙәлер, тип уйлайым. Сөнки мин ошондай ғаиләләрҙең береһендә тыуғанмын. Бигерәк тә Диләүир олатайыма һоҡланам. Ул Ҡатай ауылында биш балалы ғаиләлә донъяға килә. Бәләкәйҙән ныҡыш, тырыш, эшһөйәр булып үҫә. Мәктәпте тамамлағас, ҡарт олатайым уға агроном һөнәрен һайларға кәңәш бирә.

Йыр-моңға ғашиҡ, хыялы менән сәхнәлә булырға теләһә лә, ул юғары белем алырға Өфөләге ауыл хужалығы институтына уҡырға килә. Ата-әсәһенә ауырлыҡ килмәһен тип төрлө эштәрҙә эшләй. Ҡулына диплом алғандан һуң районға ҡайтып, колхоз рәйесе, партком сәркәтибе вазифаларын баш­ҡара. Шул йылдарҙа үҙен аныҡ фекер йөрөтөүсе, ғәҙел, эшсән, тормош һынауҙарына ҡаршы торорҙай ир уҙаманы итеп таныта.
Олатайым ниндәй генә эшкә тотонһа ла бар күңелен, һәләтен биреп башҡара. Районыбыҙҙың баш агрономы итеп тәғәйенләнгәндән һуң, көндө – төнгә, төндө көнгә ялғап, баҫыуҙарҙа мул уңыш алыу өсөн бөтә көсөн һалды. Шунлыҡтан Башҡортостандың атҡа­ҙан­ған ауыл хужалығы хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Уға хас сифаттарҙың тағы береһе – ярҙамсыл булыу. Яҡындарына ла, сит кешеләргә ҡарата ла мәрхәмәтле. Үҙенең ҡул аҫтында эшләгән кешеләргә иғтибарлы булды, шуға ла үҙен бөтәһе лә ярата, хөрмәт итә.
Ғаиләбеҙҙә олатайымдың абруйы ҙур. Өләсәйем менән бергәләп ике ул үҫтергәндәр, уларға белем биреп, үҙ аллы тормош юлына баҫтырғандар. Олатайымдың тырышлығы менән ҙур йорт төҙөп, баҡсаларын аллы-гөллө сәскәләргә күмеп, күңелле тормош көтәләр. Беҙҙе, ейән-ейәнсәрҙәрен, яратып, иркәләп кенә торалар, матур байрамдар уҙғаралар. Каникул ваҡытында, ял көндәрендә музейҙарға, театрҙарға, концерттарға алып баралар. Олатайымдың йыр-моңға ғашиҡ булғанын бөтә кеше белә. Ул өҙҙөрөп баянда уйнай, үҙе бик матур йырлай. Мине лә йырларға, бейергә өйрәтә.
Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр бит. Шуға ла үҙем олатайыма, атай-әсәйемә оҡшарға тырышам. Бәхетле бала сағым өсөн уларға рәхмәтлемен. Ә ғаиләмдең маяғы булып балҡыған Диләүир олатайым менән сикһеҙ ғорурланам. Уның иҫән-һау булыуын теләйем.

Айнур НӘБИЕВ,  IV синыф уҡыусыһы.
Баҡалылағы 1-се мәктәп.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code