Алма ағасынан алыҫ төшмәй

Искәндәр, Исмәғил, Зөлхизә, Зөләйха… Исемдәре ниндәй матур! Бер туғандар улар. Алла бирһә, ҙурайып, үҙ тормоштарын ҡорһалар, ярҙамлашып, бер-береһенә терәк булышып, донъя көтәсәктәр. Ә әлегә Юлиә һәм Ирек Ғәлиевтәрҙең матур ғаиләһендә атай-әсәйҙәренең бәхете, шатлығы булып, ҡанат нығыталар.
Ғаилә башлығы Ирек Хөрмәтулла улы – Йылайыр районының Һултантимер ауылынан, ә Юлиә Рәйес ҡыҙы – Ейәнсура районының Үтәғол ауылынан.
– 2007 йылда Хәйбулла районына килеп, икебеҙ ҙә мәҙәниәт йортонда эш башланыҡ. Бына ун йылдан ашыу инде ошонда йәшәйбеҙ. Яңы йорт һалып сыҡтыҡ, был ерҙе үҙ иттек, өйрәнеп бөттөк инде, – ти Юлиә.

Икеһе лә – белемдәре буйынса сән­ғәт кешеләре. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тигәндәй, балалары ла тор­ғаны артистар инде. Иң өлкәндәре Искәндәр VIII синыфты тамамланы. Яратҡан фәндәре тарих, математика, физика икән. «Беҙҙең төп таянысыбыҙ», – ти ата-әсәһе уның тураһында. Егет шулай уҡ шахмат уйнай, уҡтан атыу менән шөғөлләнә. Хәйер, был спорт төрҙәрен ғаиләлә бөтәһе лә ярата. Шахмат серҙәренә Үтәғолға каникулға ҡайтҡандарында Рәйес олаталарынан өйрәнгәндәр. Шунан түңәрәккә йөрөй башлағандар. Икенсене тамамлаған Исмәғил дә етди шөғөлләнә, район кимәлендә үткән турнир­ҙарҙа ла һынатмай, бик күп Почёт грамоталары менән бүләкләнгән. Әбйә­лил, Баймаҡ райондарында ла бәйгеләрҙә ҡатнашҡан. Тренеры – Реналь Әхмәтйән улы Мәмбәтов. Ә беренсене бөткән Зөлхизә иһә 2016 йылда мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәр өсөн ойошторолған шахмат буйынса ярышта еңеп, кубокка эйә булған. Исмәғил Йомабай Иҫәнбаев исемендәге сәнғәт мәктәбенең «Йондоҙсоҡ» ансамбле бейеүсеһе лә икән. Зөлхизә лә үҙҙәрендәге «Смайл» коллективында бейей. Ҡыҙҙың тағы бер ярат­ҡан шөғөлө бар: һүрәт төшөрөү. Апай кеше булараҡ, бөтә белгәндәрен 4 йәшлек Зөләйха һеңлеһенә өйрәтергә тырыша.
– Бәләкәс булһа ла, апаһынан, ағай­ҙарынан күреп, бөтә шөғөлдәрен отоп алырға ғына тора. Бейергә әүәҫ. Шашка, шахматты ла үҙләштерә башланы, – ти хужабикә кинйә ҡыҙы тураһында.
Матур итеп ял итә лә белә Ғәлиевтәр. Күмәкләп тәбиғәткә сығыу, йәй көнө кистәрен уҡ атыу менән шөғөлләнеү, музейға барыу… Уҡ атыу буйынса ярышта районда II дәрәжәле диплом алып ҡыуанғандар. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре булараҡ, төрлө сараларҙа ла бөтә ғаиләләре менән ҡатнашалар.
Каникулда иһә ике яҡтан да олатай-өләсәйҙәре янында.
– Ауылда баҡсала түтәлдәргә һыу һибешәм, ҡош-ҡорт ҡарашам. Мин июлдә әсәйем менән «Һаҡмар» шифаханаһына барам, унда шахмат турнирында ҡатнашам, – ти Исмәғил.
Бына шундай матур ғаилә бар Аҡъ­ярҙа. Маладистар, балаларын төрлө яҡлап һәләтле, рухлы итеп үҫтерергә тырышалар. Йәйге ялды ла матур үткәрәләр.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
Хәйбулла районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code