Алһыу Бәхтиева. «Катюша» — «Зәйтүнәкәй» (башҡортса)

Тыңларға:

Audio clip: Adobe Flash Player (version 9 or above) is required to play this audio clip. Download the latest version here. You also need to have JavaScript enabled in your browser.

Алмағастар сәскә атҡан саҡта
Йылға өстөнә томандар ятты.
Сығып текә, бейек яр башына,
Зәйтүнәкәй алыҫка баҡты.

Сыҡты ла ул, дәртле йырын һуҙҙы
Сал бөркөттәй егет хаҡында.
Бар күңелдән өҙөлөп һөйә уны,
Һис юғалтмай, һаҡлай хатында.

Ос һин, әйҙә, гүзәл ҡыҙҙың йыры
Алыҫтағы ҡояш артынан.
Ил сигендәге батыр егеткә
Хәбәр осһон һар бер хатыңда.

Онотмаһын ябай, һылыу ҡыҙҙы,
Хәтерләһен нисек йырлауын.
Һаҡлаһын ул бөйөк Тыуған илде,
Зәйтүнәкәй һаҡлар һөйөүөн.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code