Алһыу өсөн шатланабыҙ

VIII синыфты тамамлаған Алһыу Ҡоломбәтова өсөн был уҡыу йылы уңыштарға бай булды. Мәктәп, район, республика күләмендә уҙғарылған төрлө сараларҙа булып, еңеү артынан еңеү яуланы. Математика, физика, йәм­ғиәтте өйрәнеү, тарих фәндәренән район олимпиадаларында ихлас ҡатнашты.
Физиканан район, «Гагарин кубогы» исемендәге Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабында ҡатнашып, шул уҡ фәндән тағы ла еңеүсе булды. Йәм­ғиәтте өйрәнеү, тарих буйынса ла призлы урындар алды.
Рәми Ғариповтың юбилейына арналған район шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә ҡурай моңо аҫтында, башҡорт милли кейемендә сы­ғыш яһап, бөтә халыҡты таң ҡалдырҙы. Жюри ағзалары I урынды Алһыуға бирҙе.
Вәлиулла Ҡоломбәтовҡа арналған сәсәндәр бәйгеһендә яҡташыбыҙ, филология фәндәре кандидаты Нияз Сәлимов Алһыу­ҙы Еҙем-Ҡаран сәхнәһендә үҙе ихлас ҡотланы, бүләк тапшырҙы, һоҡланыуын белдерҙе.

Йыл һайын Сәйетбаба мәктәбендә уҙғарылып килгән «Жәлил Кейекбаев уҡыуҙары»нда беҙҙең Алһыу II урын алды. Уның сығышы «Кеше тормошонда музейҙарҙың роле»тигән темаға арналғайны. «Фәнгә тәүге аҙымдар», «Һәләтле балалар» конкурстарында йыл һайын ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Быйыл «КРИТ – 2017» сайттар төҙөү конкурсында район буйынса I урын Алһыуға эләкте.
Мин был ҡыҙҙы бер нисә йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыттым. Һәр дәрескә ентекле әҙерләнеп килә, әҙәби әҫәрҙәрҙе яратып уҡый, иншаларында, әҙәбиәт дәрестәрендә үҙ фекере бар, эҙләнергә ярата. Күп уҡый, күп белә. Уҡытыусыларҙы хөрмәт итә, иптәштәренә ҡарата ярҙамсыл. Шул сифаттары өсөн үҙен дә ихтирам итәләр.
Бөтә яҡлап та һәләтле уҡыусыбыҙға киләсәктә уңыштар ғына юлдаш булһын. Ниндәй генә һөнәр һайлаһаң да, бер ваҡытта ла юғалып ҡалма, Алһыу, һин – Еҙем-Ҡаран мәктәбенең ғорурлығы! Беҙ һинең өсөн шатланабыҙ.

Миңһылыу МИРХӘЙҘӘРОВА.
Ғафури районы, Еҙем-Ҡаран мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code