Алға, тик алға!

Һылыу ҡыҙ Гүзәлиә ИШ­ҠЫУАТОВА ғаиләләрендә иң кесе бала булғанлыҡтан, һәр ваҡыт апаһынан һәм ағаһынан өлгө алып үҫә. Яҡындары гелән уға яҡшы кәңәштәрен биреп, ярҙамлашып һәм ҡурсалап ҡына тора. Бала сағынан эшһөйәр, сәмсел, уңған булған. Әле X синыфты тамамланы. Тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Мәктәп тормошонда бик әүҙем ҡатнаша.

Гүзәлиә бәләкәйҙән бейергә һәм йырларға ярата. I синыфтан мәктәптең «Азамат» өлгөлө бейеү ансамбленә йөрөй. Концерттарҙа, кисәләрҙә моңло итеп йырлап, яҡшы алып барыусы булып, матур итеп бейеп, тамашасыны хайран ҡалдыра. Ул шөғөлләнгән бейеү ансамбле 2014 йылда Өфө ҡалаһында уҙғарылған «Еҙ үксә» бәйгеһендә Гран-приға һәм 2016 йылда II урын­ға лайыҡ булды. 2012 йылдың йәмле йәйендә Күгәрсен районының Мораҙым тарлауығында уҙған «Байыҡ» балалар телевизион бәйгеһендә лә һынатманы. Икенсе урын бирелде уға. Һанай кит­һәң, уңыштар күп, ә бының сере бары тик тырышлыҡта һәм теләктә генә!
Һаулығың – байлығың, тигәндәй, һылыу ҡыҙ сәләмәт тормош яҡлы. Гүзәлиә спорттың баскетбол, волейбол төр­ҙәрен үҙ итә. Ҡыштарын саф һауала саңғыла ла йөрөргә өлгөрә. Йәйҙәрен дуҫтары менән футбол да уйнай. Ҡыҫҡаһы, спорт өлкәһендә лә һынатмай ул.
Башҡорт әҙәбиәте – үҙе бер матур донъя. Кистәрен төрлө-төрлө ҡыҙыҡлы китаптар уҡый, бигерәк тә Зәйнәб Биишева, Һәҙиә Дәүләтшина, Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов ижады яҡын. Шулай уҡ уны йәш ҡәләм оҫтаһы тип әйтеп була. Буш ваҡытында инша, хикәйә шиғырҙар яҙа. Өлгөр ҡыҙ һәр бәйгелә үҙ көсөн һынап, ҡатнашып тора, уңыш­тары ла байтаҡ. Быйыл Өфө ҡалаһында уҙғарылған баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара, республика олимпиадаһында ла призёр булды. Төрлө конференцияларҙа әүҙем ҡатнашып килә. Уҡыуҙағы һәм йәмәғәт тормошондағы уңыштары өсөн республика Башлығы Шыршыһына ла барыу бәхете тейҙе уға.
Гүзәлиәнең иң яратҡан шө­ғөлө – төрлө фәндәрҙән эҙләнеү эштәрен башҡарыу. Уңыштар бик күп, барыһын да һанап бөтөүе мөмкин түгел. Кем теләй – мөмкинлек, кем теләмәй, шул аҡланыу яғын ҡарай, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер, ә ҡыҙ һәр саҡ эҙләнеү өҫтөндә. Һәр кешенең хыялдары бихисап була. Уның иң төп теләге – мәктәпте уңышлы тамамлап, БДМУ-ға уҡырға инеү, яҡшы белем алып, изге күңелле табип булыу.
Тырыш кеше һәр яҡлап та өлгө булыр. Гүзәлиә бирешерлек ҡыҙ түгел. Көндән-көн яңы маҡсаттар ҡуйып, ҡаршылыҡтарҙы берәм-берәм артта ҡалдырып, хыялына табан бара. Кешенең иң яҡшы сифаты – ябайлыҡ! Үҙенең ябайлығы менән ул һәр кемдең күңеленә асҡыс таба. Шунлыҡтан уның дуҫтары ла бик күп. Гүзәлиәгә киләсәктә тормош һынауҙарына бирешмәй, бейектәргә үрләүен, иленә кәрәкле шәхес булып китеүен теләйем! Һылыу Бөрйән ҡыҙының тормош девизы: «Тормошта алға, алға һәм тик алға атларға!»

Сәлимә ДӘҮЛӘТШИНА.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code