Айыу ниңә һөжүм итә?

Ауыл халҡының айыу­ҙарҙың малға тейе­үе тураһында күтәргән проб­лемалары ҡул­ға ҡәләм алырға, тәбиғәтебеҙҙең бер өлөшө булған урман хужа­һын яҡлап, үҙемдең фекеремде яҙыр­ға мәжбүр итте. Әлбиттә, улар ҙур зыян килтерә: кемдеңдер бер­ҙән-бер һыйырын йәки атын йыға, күҙ терәп торған малынан яҙҙыра. Былай ҙа көскә йәшәп ятҡан ауыл кешеһе өсөн был матди яҡтан оло бәлә инде. Ләкин ни өсөн һуң айыу­ҙар мал­ға һөжүм итә йәки ауыл­ға килеп инә? Яуап бик ябай: бахыр януар­ҡай­ҙар бик астар!Ә был хәлгә тайыш табандарҙы кем дусар иткән? Беҙ – кешеләр! Уларҙың биләмәһенә барып ингәнбеҙ! Бер асыҡ ерҙе лә ҡалдырмай һөрөп бөтөргәнбеҙ, урман-туғайҙарҙа үҫкән барлыҡ еләк-емештәрҙе йыйып алабыҙ. Һәр бер өйҙә тиерлек машина, кеше йөрөмәгән бер генә төбәк тә ҡалмаған. Беҙ­ҙең кесе туғандарыбыҙ, айыуҙар, нимә ашап йәшәргә тейеш һуң?! Ана шул турала хәстәрлек күрергә кәрәктер. Был бигерәк тә урман хужалығында эшләгән белгестәргә ҡағыла. Шә­кәр ҡомомо, онмо йәки баш­ҡа төрлө аҙыҡ-түлек алып барып ҡалдырырға кәрәктер. Беҙ үҙебеҙ көнөнә нисәмә тап­ҡыр ултырып ашайбыҙ, шул тәмле-татлы ризыҡтарыбыҙҙың күбеһе айыу­ҙарҙың тамағынан тартып алын­ған бит! Ә ул бахырҙар бер ге­нә тапҡыр туйғансы ашар өсөн генә лә күрәләтә үлемгә – ауыл­ға килә!
Уларҙы атырға рөхсәт тә бирелде, ти. Тик юҡҡа сыҡҡан януарҙар исемлегендә айыуҙар ҙа булмаҫмы бер заман? Беҙ «Ай, Уралым, Уралым» ҡобайырын өйрәнгәндә, алпан-тол­пан атлаған айыуы күп Уралтау, тип беләйек тә бер көн килеп шулар­ҙан береһе лә ҡалмаһын әле. Ҡулыбыҙҙан ҙур эш килде: әкиәттәребеҙҙән, йән­һүрәттәребеҙҙән яҡшы таныш тайыш табандарыбыҙҙы ла бө­төр­ҙөк, тиербеҙме?
Тәбиғәтебеҙ ҡороп, бөтөп барған өсөн дә Экология йылы тип иғлан ителде бит быйыл. Тимәк, айыуҙар ҙа яҡлауға мохтаж. Күренекле урыҫ яҙыусыһы Михаил Пришвин да: «Тәбиғәтте һаҡлау – ул тыу­ған илде һаҡлау», – тигән. Беҙҙең милләтебеҙ өсөн был ҡанатлы һүҙҙәр айырыуса мөһим. Үҙебеҙ бит баш­ҡорт – тәбиғәт балаһы, тип әйтергә яратабыҙ. Мөмкин булған бөтә урында уны һаҡларға өйрәнергә кәрәк. Беҙгә яраҡлаша алмаған һәр бер тере йәнде бөтөрөү, үлтереү тураһында һөйләү – ҙур хата. Киреһенсә, үҙебеҙгә тәбиғәткә яраҡлашырға өйрәнергә кәрәк. Ҡоштар, йәнлектәр, ғөмүмән, бөтә тереклек беҙ­ҙең яҡлауға мохтаж. Айыуҙарға ла йәшәү өсөн шарттар булдырайыҡ. Ҡыҫҡаһы, тәбиғәтебеҙҙе һаҡлау үҙебеҙҙән тора. Бөтәбеҙ ҙә уның дуҫы булырға тырышайыҡ.

А. МӨНИРОВА.
Мәсетле районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code