Айыу менән бал ҡорттарының дошманлашыуы

йәки йыл миҙгелдәре нисек барлыҡҡа килгән?

Әкиәт

Борон-борон заманда, гел ҡояшлы йәй миҙгеле булған саҡта, бал ҡорттары менән Айыу бик дуҫ йәшәгән, ти. Ер өҫтөн күҙҙең яуын алып торорлоҡ хуш еҫле сәскәләр биҙәп ултырған. Ҡоштар моңло йыр йырлаған, күбәләктәр осҡан. Ә бал ҡорттары сәскәнән сәскәгә ҡунып, бал менән туйынған һәм:
– Б-ҙ, б-ҙ, б-ҙ,
Беҙ шундай татыубыҙ-ҙ-ҙ,
Бергәләшеп уйнайбыҙ-ҙ-ҙ,
Рәхәтләнеп осабыҙ-ҙ-ҙ,
Балдар ашап туябыҙ-ҙ-ҙ,
Б-ҙ, б-ҙ, б-ҙ…
– тип йырлаған.

Айыу ҙа бал еҫе аңҡып тор­ған сәскәләрҙе еҫкәргә, балын тәмләргә яратҡан һәм бал ҡорттарының моңло, ҡыуаныслы йырына ҡушылып:
– А-а-а,
Хуш еҫле аҡланда-а-а
Дуҫтар бергә булғанға,
Күңел көр, тамаҡ туҡ,
Була миңә уйнарға-а-а,
А-а-а,
– тип көйләргә яратҡан икән.
Улар көндәрен шулай бал еҫе аңҡып торған аҡланда рәхәтләнеп ял итеп, бергә уйнап үткәргән, ти.
Көтмәгәндә төньяҡтан һал­ҡын елдәр иҫкән. Сәскәләр шиңә башлаған, бал да кәмеп бара икән. Шул саҡ нескә билле бал ҡорттары һалҡындан ҡасып, ағас ҡыуышына йәшеренгән. Улар кескәй силәктәрен алып, балды үҙ өйҙәренә ташып ҡуйған.
– Б-ҙ, б-ҙ, б-ҙ,
Һулый инде сәскәбеҙ-ҙ-ҙ.
Елгә нисек осабыҙ-ҙ-ҙ?
Тултырып силәгебеҙ-ҙ-ҙ,
Өйгә балдар ташыйбыҙ-ҙ-ҙ,
Б-ҙ, б-ҙ, б-ҙ,
– тип борсолоп йырлай-йырлай, үҙҙәренә аҙыҡ туплағандар, ти.
Ә Айыуҙың бал ташырға өйө, силәктәре булмағас, ул бер ни ҙә эшләй алмаған. Аҙыҡһыҙ ҡалғаны өсөн бал ҡорттарына бик ныҡ асыулан­ған. Сөнки һалҡын ел тағы ла нығыраҡ иҫкән.
– А-а-а,
Нимә булды аҡланға?
Ҡайҙан бал алырға?
Һыйынып соҡорға,
Ҡала миңә йоҡларға.
А-а-а…
– тип һыуыҡтан ҡурҡ­ҡан Айыу, етмәһә, аҙыҡ таба алмай йонсоп, ел-дауылдан һаҡланыу өсөн өң ҡаҙып, шунда инеп ятҡан, ти. Уның өҫтөнә йомшаҡ аҡ ҡар яуған һәм ул йылынып, иҙерәп кенә йоҡоға талған.
Ә бал ҡорттары иһә үҙҙәренең йылы өйөндә безелдәшә-безелдәшә, тәмләп бал ашай-ашай, һалҡын көндәр­ҙе үткәргән, ти.
Көтмәгәндә ҡояш сағыу йылы нурҙарын һибеп, ер өҫтө ҡабат йылынып киткән. Ҡарҙар ирегән, күләүектәр гөрләп аҡҡан, ти. Айыу йоҡоһонан уянған. Өңөнән килеп сыҡһа, ни күрһен, ер өҫтө элеккесә үк сәскәләр менән ҡапланған. Күбәләктәр оса, ҡоштар моңло йыр һуҙа икән. Асыҡҡан Айыу туйғансы бал ашаған, сәскәләрҙе еҫкәгән, рәхәтләнеп болонда аунаған.
Ә бал ҡорттары ла өйҙәренән сәскәле болонға осоп килгән. Тик Айыу уларҙың ҡылығын иҫенә төшөрөп, бергә уйнамаған.
Бал ҡорттары тағы ла һал­ҡындар була ҡалһа, тип сәскәнең балын өйҙәренә силәкләп ташыған да ташыған. Айыу үсләшеп, уларҙың йәшәгән ерҙәрен баҫҡан. Бал ҡорттары уны һарып алып, саҡҡан. Асыуланған Айыу ергә ятып аунаған, үкергән, ти.
Төньяҡтан тағы һалҡын елдәр иҫкән. Көндәр һыуыған. Сәскәләр тағы шиңгән. Ҡоштар һайрауынан тынған. Улар ҙа йылы ерҙәр эҙләп осоп киткән. Һалҡынға сыҙамлылары ғына тороп ҡалған, ти. Айыу өңөнә инеп ҡасҡан, йоҡларға ятҡан.
Шулай тәбиғәттә эҫе һәм һалҡын мәлдәр алмашынып торор булып киткән. Йәғни йыл миҙгелдәре барлыҡҡа килгән. Ә бал ҡорттары менән Айыу бөтөнләйгә дуҫлыҡтарын өҙгән, ти.

Әлфиә БАЙМЫРҘИНА, башҡорт теле уҡытыусыһы.
Хәйбулла районы,  Аҡъярҙағы 3-сө «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code