Афарин, бишенселәр!

Бишенселәргә: «Афарин!» – тиергә генә ҡала. Нәркәс Әхмәтйәнова, Дияз Мөхәмәтйәнов, Эльвина Вәхитова, Линар Ғәлимов, Айназ һәм Закир Мырҙагилдиндар уҡытыусылары Сәүиә Шәрифулла ҡыҙы Закирова менән бергәләп киләһе йылға «Йәншишмә»гә яҙылып та ҡуйҙы. Уҙған йылда ла алдырыусылар бар ине. Быйыл иһә – бөтә синыфтары менән! Яратҡан гәзиттәрен улар дәрестә лә фай­ҙалана, өйгә эш әҙерләгәндә лә ҡуллана.
Был синыфҡа һоҡланғыс балалар йыйылған. Үҙ-ара татыуҙар, тырышып уҡыйҙар, шаяндар, отҡорҙар. Барыһы ла йыр-моң ярата. Закир баянда уйнарға өйрәнә, Эльвина менән Нәркәс бейеүгә оҫта, Линарҙың тауышы матур, шәп йырлай. Айназ менән Дияз иһә спорт менән дуҫ.

Сәриә ЗАКИРОВА, китапханасы.
Белорет районы, Ғәбдүк ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code