«Аҡсарлаҡ»тағы ҡабатланмаҫ минуттар

Алыҫтан уҡ балаларҙың шат тауышын, ихлас көлөүҙәрен, дәртле йыр-көйҙәрҙе ишеткәс, «ай-һай, бында күңеллелер!» тип уйлап ҡуяһың. Хәйбулла районының иң матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан «Аҡсарлаҡ» һауыҡтырыу лагеры менән яҡындан танышып сыҡҡас, бының ысынбарлыҡҡа тап килеүенә тағы бер ҡат инандыҡ.

«Аҡсарлаҡ»та күңелле!

Рәхәтләнеп уйнар саҡ

Ҡунаҡ ҡаршылағанда.

Ҡасандыр был ял итеү урыны Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты ҡарамағында булһа, хәҙер ул район иҫәбендә. Һуңғы йылдарҙа бында байтаҡ ремонт эштәре атҡарылған: тәҙрәләр тулыһынса алмаштырылған, һыу инеү урыны, ашхана бар талаптарға яуап бирерлек итеп йыһазландырылған. Лагерға Юнир Солтанов етәкселек итә. Әле икенсе сменала алты йәштән алып ун бишкә тиклем 128 бала ял итә. Ете отрядҡа бүленгән уҡыу­сыларҙың ялы күңелле һәм фәһемле үтһен өсөн етешәр тәрбиәсе һәм вожатый шөғөлләнә. Шул иҫәптән музыка һәм физкультура етәкселәре, ашнаҡсылар, медицина хеҙмәткәре, ҡарауылсы, ҡотҡарыусы эшләй. Бала ҡайҙа ғына ял итеүенә ҡарамаҫтан, янғын һәм хәүефһеҙлек саралары беренсе урында тора. Был яҡтан лагерҙа бар шарттар булдырыл­ған: биләмә тулыһынса видеокүҙәтеү ярҙамында һаҡлана, сит кеше, хатта ата-әсәләр ҙә ныҡлы тикшереү үтә, балаһы менән лагерь биләмәһенән ситтә осраша. Улар килтергән һәр әйбер ентекле тикшерелә, тейеш­һеҙ тип табылғандары кире ҡайтарыла. Эргәлә генә йәмле Һаҡмарҙа һыу инеү урыны санитар талаптарға яуап бирә.
Бында район балалары ғына түгел, Ырымбур өлкәһенән, күрше Йылайыр районынан, Сибай, Өфө ҡалаларынан килгән ҡыҙҙар һәм малайҙар рәхәтләнеп ял итә, үҙҙәренә дуҫ һәм иптәш таба, йәйге ялдың бар матурлығы менән кинәнә. Әйткәндәй, бында кеҫә телефоны тотмай, интернет эшләмәй, ысын мәғәнәһендә бала саҡтың бар кинәнесен тойоп, ял итеү мөмкинлеге тыуҙырыл­ған.
Өлкән вожатый Гөлназ Нур­ғәлина әйтеүенсә, малай һәм ҡыҙҙарҙың ялын йөкмәткеле итеп үткәреү өсөн барыһы ла эшләнә. Волейбол, пионербол, «Алтын ҡулдар», бейеү, уйын күнекмәләре кеүек түңәрәктәр эшләй, ҡыҙҙар өсөн сәс тәрбиәләү, төрлө прическалар яһау серенә өйрәтеүсе оҫталыҡ дәрестәре уҙа. Бергәләшеп тәбиғәт ҡосағына экскурсияға йөрөү матур йолаға әйләнгән. Мәҫәлән, эргәләге бейек ҡаяға менеү булһынмы, төрлө шифалы үләндәр менән танышыумы, барыһы ла ял итеүселәргә оҡшай, уларҙың тәбиғәткә, үҙҙәрен уратып алған мөхиткә ҡы­ҙыҡһыныуын арттыра, һаҡсыл ҡарарға өйрәтә. Көн һайын береһенән-береһе мауыҡтыр­ғыс саралар, тематик кисәләр ойошторола. «Нептун көнө», «Ғаилә көнө», «Ирекмәндәр кө­нө», «Тиҫкәре көн», «Әкиәтле көн»дәр барыһына ла оҡшаған.

Халҡыбыҙ йолаларына тоғро ҡалып

«Лагерҙың үҙ фотографы» – Байрас Әлбәков.

Беҙ лагерҙа үткән иң күңелле сараның береһе – һабантуйға эләктек! Ана, ял итеүселәр үҙҙәренең ҡул аҫтында булған әйберҙәрҙән бынамын тигән тирмә эшләп тә ултыртҡан. Улай ғына түгел, ҡаҙан аҫып, аш бешереп, ҡунаҡ ҡаршыларға ла йөрөйҙәр. Ҡыҙҙар һәм малай­ҙар байрамға етди әҙерләнгән, халҡыбыҙҙың төрлө йолаларын да сәхнәләштерҙеләр. Мәҫәлән, балаға исем ҡушыуҙы бер юлы ике отряд күрһәтте: мендәр өҫтөнә сабыйҙы һалғандар, мулла уның ҡолағына исем ҡыс­ҡырғас, хәйер ҙә тараттылар. Ҡот ҡойоу йолаһы ла баш­ҡа­рылып, ҡурҡҡан ҡыҙҙың йөрә­ген урынына ултыртып та ҡуйҙы имсе инәй. «Ҡарға бутҡаһы»н күрһәткән отрядта балаларҙың күбеһе урыҫ милләтенән, шулай булһа ла дәртләнеп уйнап йөрөүҙәре һөйөндөрмәй ҡалманы. Өлкәнерәк уҡыусылар «Ҡорбан байрамы»­на барыһын ҡунаҡҡа саҡырҙы. Улар бар ял итеүселәрҙе аш менән дә һыйланы.
Бер яҡ ситтәрәк һәр минутты иҫтәлеккә ҡалдырырға тырышып, фотоаппаратының төймәләрен шалт-шылт иткән үҫмергә иғтибар итмәй булдыра алманым. Бүребайҙан килгән Байрас Әлбәков булып сыҡты. Балалар уны, беҙҙең фотограф, тип тә йөрөтә. Алтынсы синыфты тамамлаған малайға ата-әсәһе фотоаппарат бүләк иткәс, фото төшөрөү менән етди мауыға башлай.
– Лагерҙағы һәр ваҡиғаны төшөрөргә тырышам, сөнки улар бер ваҡытта кире ҡабатланмаясаҡ, – ти йәш фотограф.
Иҫәнгилде ауылынан Ансар Ғәлимов аят-сүрәләрҙе оҫта башҡарыуы менән иғтибарымды йәлеп иткәйне, баҡтиһәң, уның олатаһы Ринат Ғәлимов – ауыл муллаһы, ейәненә дини тәрбиә бирә икән.
– Ял оҡшаймы, лагерҙа кү­ңеллеме? – тип кемдән генә һораһаҡ та, барыһы ла бер тауыштан:
– Оҡшай! Яңы дуҫтар таптыҡ! Тағы ла киләбеҙ! – тип яуап ҡайтарҙы.

Кемдең «аҡсарлағы» күберәк булыр?

Йола сәхнәләштереү.

Лагерь начальнигы Юнир Солтанов менән танышыуҙы дауам итәбеҙ. Ситтәрәк бер-бер артлы теҙелгән кескәй йорттар­ға ҡарап, ул ял итеүселәрҙең аҙнаһына ике тапҡыр мунса инеүҙәрен, рәхәтләнеп ҡайын миндеге менән сабыныуҙарын да һөйләне. Көнөнә алты тап­ҡыр ашатыу ҡаралған, өҫтәлдән һөт, ит ризыҡтары өҙөлмәй, йәшелсә-емеш һәр саҡ етерлек. Ашнаҡсылар үҙҙәре тәмле ҡаластар, бәлештәр ҙә бешерә.
Һәр лагерҙың үҙенә хас йолаһы була. «Аҡсарлаҡ»та ял итеүселәрҙең иң яратҡан сараһы – күмәкләшеп усаҡ яғыу, уның янында төрлө йырҙар йырлау һәм, әлбиттә, «Изге эштәр» көнөндә иң күп «аҡсарлаҡ» йы­йыу­сылар өсөн аукцион үтеүе. Унда ниндәй генә бүләктәр уйнатылмай?! Бәйгеләрҙә йыйған «аҡсарлаҡ»тарыңды төрлө әйбергә алмаштырырға була. Һуң­ғы көндә ял итеүселәрҙең барыһына ла тәм-томдан, йәшелсә-емештән тупланған бүләк тә тапшырыла.
Лагерь тормошо бер минутҡа ла тынмай: бер отряд сираттағы конкурсҡа әҙерләнһә, икенселәре рәхәтләнеп һыу инеп ҡайтып килә, өсөнсөләре туп тибә. Яңы дуҫтар табып аралашыу, бындағы күңелле ял мәлдәре – һәр баланың күңелендә уйылып ҡалып, оҙаҡ-оҙаҡ лагерҙы хәтерләтеп торһон!

Кәримә УСМАНОВА.
Хәйбулла районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code