Аҡбай шишмәһе

Бер ғаилә аслыҡ ваҡытында өйҙәренән сығып китә. Әсәйҙәре һәм өс бәпесе үҙҙәре менән Аҡбай тигән эттәрен дә эйәртә. Бик алыҫ араны үтеп кил­гәс, хәлдәре бөтөп, урман уртаһында ял итергә туҡтайҙар. Был урындан башҡаса ҡуҙғалып китә алмайҙар. Аслыҡтан үлеп ҡалалар. Тора-бара улар вафат булған ерҙән шишмәләр урғып сыға. Иң тәрәне һәм иң шифалыһы Аҡбай ятҡан ерҙәгеһе була.

Был шишмәләрҙе ауыл халҡы бер исем менән генә Аҡбай шишмәһе тип йөрөтә башлай. Ул Ҡоҙаш ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа та­бан өс саҡрым алыҫлыҡта, шыршы урманы эсендә.
Әлеге көндә шишмәләр кәртәләп алынған, һыу алырға ҡулайлама эшләнгән. Кешеләр күпләп йөрөй торған урын. Шишмәләр аҡмай, һыуын алып ҡайтып, бер йыл ултыртһаң да боҙолмай. Сөнки был һыуҙа көмөш күп икән. Был тарих Тәтешле районының Үрге Ҡоҙаш ауылында йәшәүсе өләсәйем Филүзә Сәғәҙәт ҡыҙы Бәшәрованан яҙып алынды.

Айнур МУЛЛАНУРОВ, IV синыф уҡыусыһы.
Тәтешле районы, Үрге Тәтешле мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code