«Аҙна һайын – отош»

Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы гөрләп торҙо. «Йәншишмә»гә яҙылыусы синыфтар араһында «Аҙна һайын – отош» уйыны үтте! Бүләк тә шәп. 12 әйберҙән торған бик матур сәй сервизы. Кемдәр отор икән уны?
Бына уйын башланып та китте. Йәрәбәне III «Б» синыфынан Байрас Бикбаев тартып сығарҙы. V «В»ларҙы ҡотлайбыҙ. Бүләк – уларға! Хәҙер төрлө байрамдар үткәргәндә, осрашыуға ҡунаҡтар саҡырғанда «Йәншишмә»не иҫләй-иҫләй ошо сынаяҡтар менән сәй эсерҙәр инде.
Бүләкте Айтуған Абҙаҡов (һүрәттә) сығып алды.

Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙ ҙә уйындан ситтә ҡалмағыҙ. Йыйылып, си­ныфығыҙға бер генә дана «Йәншишмә» яҙҙырһағыҙ ҙа, уйында ҡатнаша алаһы­ғыҙ бит.
Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 477 һум 54 тин.
Индексы – П2765.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code