Аҙна һайын – отош!

Күңелгә моңһоу булып ҡалды әле. Аҙна һайын бүләк оттороп, гәзит уҡыусыларыбыҙ менән бергә ҡыуанырға күнегеп тә киткәнбеҙ икән. Йылдың аҙаҡҡы бүләктәрен дә уйнаттыҡ. Яңы йыл алдынан бәхет кемдәргә йылмайҙы икән? Салауат районы Арҡауыл ауылынан Мөслимә Мөхтәбәрова, Учалы районы Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылынан Н. Йосопова, Көйөргәҙе районы Яҡшембәт ауылынан Ильяс Сәлтәшевтарға! Ана шулай «Йән­шишмә»гә яҙылғандар бүләкле лә, гәзитле лә булды.
Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ!

Кемдәр «Йәншишмә»гә яҙылырға өлгөрмәй ҡалды? Ҡайғырмағыҙ. 15 ғинуарға тиклем яҙылһағыҙ, гәзит февралдән өйөгөҙгә килә башлар. Байрамдар үткәс тә почтаға йүгерегеҙ. Бергә булайыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code