Аҙна һайын – отош

Был аҙнала кемдәр бүләк хужалары булды, тиһегеҙме? Миәкә районы Тамъян-Таймаҫ ауылынан Гөлфиә Янышева дүрт бокалдан торған йыйылма отһа, Бөрйән районы Килдеғол ауылынан Сынбулат Көмөшбаевҡа термо-көрөшкә сыҡты. «Ағайым 21 йыл түшәктә ята. Шуға ҡарамаҫтан, ул беҙгә ярҙам итеп тора. Әле бына тағы «Йәншишмә»­не яҙҙыр­ҙы. Ҙур рәхмәт инде үҙенә. Беҙ ҙә уны ҡарашырға ярҙам итәбеҙ. Ә әсәйем балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Гәзитте алдырмай ҡал­ғаныбыҙ юҡ, һәр һанын тегеп, йыйып барабыҙ», – тип яҙған үҙенең квитанция менән бергә ебәргән хатында Розалиә Көмөшбаева.
Афарин, уйында еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Уйын дауам итә.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code