Аҙғынлыҡ сире

Ҡурҡыныс булып китә: 2015 йылда Рәсәйҙә 1 миллионға яҡын ВИЧ-инфекциялы кеше теркәлгән! Башҡорт­останда 17 меңдән ашыу сирле күҙәтеү аҫтында. Беҙҙә СПИД-ты күберәк енси юл (60 – 62 процент) менән йоҡторалар. Әхлаҡһыҙлыҡ, аҙғынлыҡ, енси бәйһеҙлек һөҙөмтәһе был. Быйыл республикала ВИЧ-инфекциялы 10 үҫмер асыҡланған. Сирҙең 30 йәшкә тиклемгеләр араһында күберәк таралыуы билдәле. Бик үкенесле, әлбиттә. Ә бит СПИД-тан әле һаман да дарыу табылмаған. Сирҙе йоҡторғандарҙың бер нисә йыл эсендә ғүмере өҙөлә.

Иммунитеттары ҡаҡшау сәбәпле, һыуыҡ тейҙереп ауырыуҙан да вафат булыуҙары ихтимал.
Ошо көндәрҙә республикала «СПИД-ты туҡтат!» тигән акция уҙа. Эстафета Мәләүездә башланып китте. Салауат, Бөрө, Октябрьский, Белорет, Күмертау ҡалаларында дауам итеп, Өфөлә тамамланасаҡ. Студенттарға һәм уҡыусыларға махсус рәүештә төшөрөлгән «Ҡыҙыл тамға» тигән ҡыҫҡа метражлы фильм күрһәтелә. Унда һүҙ «ВИЧ-инфекциялы» хөкөмө сығарыл­ғандан һуң кеше тормошоноң нисек үҙгәреүе тураһында бара. Һуңынан тема буйынса асыҡтан-асыҡ фекер алышыу ойошторола. Акцияның файҙаһы ҙур булыр, тип өмөтләнәйек.
Был үлемесле сирҙән һаҡланыу кәрәклеген һәр ваҡыт иҫегеҙҙә тотһағыҙ ине. Юғары әхлаҡлы, тәртипле кешеләрҙе сир урап үтә. Йылына ике тапҡыр анализ биреп, тикшерелеп тороу ҙа ҡамасауламаҫ.

Э. РӘШИТОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code