Һай, оҫта ла үҙе!

dscn4986Ҡулдарына күҙ теймәһен инде! XI «А» синыфы уҡыусыһы Айгиз Һөйәрембәтов тураһында әйтәм. Уның оҫта ҡулдары күҙҙең яуын алырлыҡ аҫлыҡтар тыуҙырған. Шул тиклем матур килеп сыҡҡан эше! Унда гөлдәрҙе ултыртһаң, бина эсе тағы ла йәмләнеп киткән һымаҡ.

– Аҫлығымдың оҙонлоғо – 1 метр 30 сантиметр, киңлеге – 70 сантиметр. Мин уны ДСП, хромланған көпшәләрҙән эшләнем, – ти Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһында уҡыусы егет.
Йәй көнө аҫлыҡтар эшләүгә ныҡлап тотонмаҡсы ул. Өйҙәренә лә, һатыуға ла яһарға теләй. Бик хуп!

Г. ШӘЙХЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code