Өҙөлмәһен йәш ғүмерҙәр

Эй, Хоҙай, кешеләрҙе аңһыҙ үлемдән ҡотҡарһаңсы! Кисә Өфөлә 14 йәшлек үҫмерҙең ғүмере өҙөлгән… Үҙ өйөндә компьютерҙың асыҡ система блогынан ток һуҡҡан. Был фажиғәле хәл буйынса суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән, тикшереү эше үткәреләсәк, сәбәптәр асыҡланасаҡ.

Атайҙар бергә йыйылды

Сара барышында Рәсәйҙә балалар һәм үҫмерҙәр клубтарын, төрлө һөнәрҙәргә өйрәтеүсе түңәрәктәрҙе дәүләт кимәлендә тегеҙергә кәрәклеге тураһында ла һүҙ булды. Сөнки әле уларҙың күбеһе түләүле, шуға ла күп балалы, аҙ килемле ғаиләләрҙең ҡыҙҙарын, улдарын йөрөтөргә мөмкинлеге юҡ. Хәҙер халыҡ тағы байҙар, ярлылар ҡатламына бүленде бит инде.