Башҡортостанда 33 мәктәп карантинға ябылған

Башҡортостанда 33 мәктәп карантинға ябылған, тип хәбәр итте «Башҡортостан 24» телеканалы эфирында республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин.

Рәсәй мәктәптәре программаһына мәҙәни нормативтар индерергә йыйыналар

Рәсәй мәктәптәренең уҡыу программаһына илдең Мәҙәниәт һәм Мәғариф министрлыҡтары мәҙәни нормативтар индерергә йыйына. Был хаҡта Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы барышында белдерҙе, тип хәбәр итә ТАСС.

Яҡташыбыҙ «Азия балалары» халыҡ-ара уйындарында сноуборд буйынса көмөш миҙал яуланы

Өфөнән 15 йәшлек Всеволод Мартынов 13 февралдә «Азия балалары» халыҡ-ара уйындарында ҡатнашып, көмөш миҙал яуланы. Көньяҡ Сахалинда ул «параллель слалом-гигант» дисциплинаһында сығыш яһаны.