Нуғайҙа – модулле балалар поликлиникаһы!

Бөгөндән Нуғайҙа модулле медицина пункты эшләй башлай. Унда Өфө ҡалаһының Октябрь районына ҡараған Нуғай, Зинин, Жилин, Нуғай кардоны ауылдарында йәшәгән балаларға медицина-санитар ярҙам күрһәтеләсәк. Пункт Фәриҙә Ҡудашева урамы, 42-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. Унда 5-се балалар поликлиникаһының 3 табип-педиатры эш көндәрендә иртәнге 9-ҙан 12-гә тиклем ҡабул итәсәк.

Бесәнсе-Хоҙайбирҙин

Күгәрсен районы Хоҙайбирҙин (Бесәнсе) ауылы тарихы менән бала сағымдан уҡ ҡыҙыҡһына башланым. Уның эргәһендәге тау, йылға исемдәре тураһында Фәтих Азаматов, Юнир Аҙнағоловтар сығарған «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» китабынан һәм ҡарт­әсәйемдең һөйләүҙәренән үҙемә күп кенә мәғлүмәттәр таптым.

Эшләгәнең – кешегә, өйрәнгәнең – үҙеңә…

Беҙҙең интернат-гимназияла һәр дәрес ҡыҙыҡлы ла, үҙенсәлекле лә үтә. Уҡытыусылар малайҙар һәм ҡыҙҙарҙы белем донъяһына ылыҡтырыу маҡсатында бар көсөн һала. Хеҙмәт дәресен дә уҡыусылар көтөп ала. Сөнки унда тормошта кәрәк буласаҡ һөнәрҙәргә өйрәнәләр бит.

Ҡанатлы дуҫтар ярҙам көтә

Беҙҙең илдә 1927 йылдан алып Ҡоштар көнө билдәләнә. Был көндө һәр кеше ҡулынан килгәнсә ҡанатлы дуҫтарыбыҙға ярҙам күрһәтергә тейеш. Ә үҙебеҙ ниндәй яҡшылыҡ эшләй алабыҙ һуң? Ҡышын – тағараҡтар, ә яҙын сыйырсыҡтарға оялар яһап ҡуйһаҡ, ҡошсоҡтарыбыҙ бик тә ҡыуаныр ине.

Яратам һине, ҡыш!

Ҡыш! Өс хәрефтән генә торһа ла, ниндәй сихри миҙгел ул. Бар ғаләмде һоҡландырып, ҡырпаҡ ҡар яуыуы, ағастарға бәҫ ҡуныуы, тирә-яҡтың ҡыш­ҡылыҡҡа йоҡоға талыуы… Ә саф һауаһы һуң? Ошо матурлыҡты күреү, рәхәтләнеп уйнау өсөн тышҡа атлығабыҙ. Сана, саңғы шыуабыҙ, ҡарҙа аунайбыҙ…

Илмир ағай ҙа Афған юлын үткән

Бөгөн – Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға – 30 йыл Тыныс холоҡло, һәр кемебеҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған «Йәншишмә» гәзите редакцияһы водителе Илмир Ғәйнуловҡа ла Афған юлын үтергә тура килгән. Уның күргәндәре, кисергәндәре хаҡында һөйләүе һеҙгә, уҡыусылар, шул осорҙо күҙалларға ярҙам итер, тип ышанабыҙ.

Күңелле лә, ҡыҙыҡлы ла

Мәктәбебеҙҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы уҙҙы. Уҡыусыларҙа телгә һөйөү, туған телебеҙ менән ғорурланыу тойғоһо уятыу, халыҡ ижадын, йолаларын, балалар фольклорын өйрәтеү, таратыу эштәре маҡсат итеп ҡуйылды. Шулай уҡ аҙналыҡ Театр йылына ла арналды. Уның барышында төрлө саралар уҙғарылды.

Мәскәүҙә лә булдыҡ беҙ

Аһәңле, илаһи моң яңғырау менән меңәрләгән тамашасы берҙәй тынып ҡала. Күңелдәрҙе елкендереп, бер-бер артлы бейеүселәр килеп сыҡҡас, хайран ҡалып тамаша ҡылалар. Бейеү тамамланғас, бик оҙаҡ ҡул сабып, үҙҙәрен сәхнәнән ебәрмәй торалар.