«Йәншишмә»гә – синыф менән!»

«Йәншишмә» – уҡыусыларымдың илһам шишмәһе! Республикабыҙҙа балалар өсөн сыҡҡан гәзитебеҙ булыуына шатланып бөтә алмайым. Уҡыусылар уны уҡып телдәрен байыта, илһам ала, күп нәмәләр хаҡында белә.

Матурлыҡ һәм ижад байрамы

Баш ҡалабыҙҙың Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһында ун беренселәрҙең ижади проекттарын яҡлау буйынса йомғаҡлау сараһы изге бер йолаға әйләнде. Быйыл 19 сыға­рылыш синыф уҡыусыһы һынау тотто. Ә эштәрҙе һынлы сәнғәт фәне буйынса директор урынбаҫары, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Любовь Мәжитова етәкселегендә абруйлы жюри баһаланы. Улар – Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, Өфө дәүләт нефть техник …

Continue reading ‘Матурлыҡ һәм ижад байрамы’ »

Бында ҡурсаҡтар ҙа башҡортса һөйләшә

Альберт Имаметдиновтың бар хеҙмәт юлы Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры менән бәйле. Актёр, режиссёр, баш режиссёр булып эшләй, ә 2016 йылдан ҡурсаҡ театрының директоры итеп тәғәйенләнә. Театр йылы айҡанлы, Альберт Әлфрит улына бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Һоҡланғыс тамаша!

Атай-әсәйҙәребеҙ, уҡытыу­сыларыбыҙ менән Ҡырғыҙ-Миә­кәләге мәҙәниәт йортонда Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Өс таған» әҫәрҙәре буйынса Милли йәштәр театры артистары тарафынан ҡуйылған спектакль ҡараныҡ.