Радий Хәбиров мәктәптәрҙә биш көнлөк уҡытыуға күсергә тәҡдим итте

Балалар былай ҙа арыған һәм ял көндәрен ғаиләһе менән уҙғарырға тейеш. Шуның менән бергә биш көнлөк эш аҙнаһына күсеү барышында уҡытыусыларҙың эш хаҡы һаҡлана. 32 буш шәмбенең һигеҙен Радий Хәбиров мәктәпкә арнарға тәҡдим итте.

Беҙҙән – хат, Ҡыш бабайҙан – бүләк!

Беҙ, Сәйғәфәр мәктәбенең VII синыф уҡыусылары, Яңы йыл алдынан «Ҡыш бабайға хат» проектында ҡатнаштыҡ. Унда баш ҡалабыҙҙың һәм республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән балалар үҙҙәренең башҡарған изге эштәре, тырышып уҡыуҙары, яратҡан шөғөлдәре тураһында яҙып ебәргәйне.

Ҡарамалы-Ғөбәй

Урыҫ батшаһы Яуыз Иван бөйөк урыҫ империяһы тураһында хыялланып, башта мордва халыҡтарын баҫып алып, унан сыуаштарҙы, мари һәм удмурттарҙы христиан диненә көсләп күсерә (суҡындыра). Аҙаҡ инде Ҙур Иҙел буйында йәшәүсе татарҙарҙы ла мәжбүр итмәксе, ерҙәрен үҙләштермәксе була. Шундай уйҙар менән йөрөһә лә, 1550 йылда Ҡазан ны­ғытмаһын яулай алмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тирә-яҡтағы ауылдарҙы туҙҙыра. Шул емерелгән, …

Continue reading ‘Ҡарамалы-Ғөбәй’ »

Йәш биатлонсылар ҡайҙа үҫә? Шамонинда!

  Ике тапҡыр Ҡышҡы олимпия уйындары чемпионкаһы Анна Богалий тураһында күптәрҙең ишеткәне барҙыр. Ул 2006 йылда Италияның Турин ҡалаһында, 2010 йылда Канаданың Ванкуверында биатлон буйынса алтын миҙал яулап, көйәрмәндәрҙе һөйөн­дөргәйне. Профессиональ спортты күптән ҡалдырһа ла, ҡул ҡаушырып тик ятмай. Мәктәп йәшендәге балалар өсөн Рәсәй кимәлендә «Анна Богалий Кубогы – Skimir» исеме менән биатлон ярыштарын ойоштороп …

Continue reading ‘Йәш биатлонсылар ҡайҙа үҫә? Шамонинда!’ »

Йырҙарын «Юлдаш»тан да яңғыраталар

Ринат Ғаззаловҡа – 12 йәш. VI синыфта уҡый. Республика йыр конкурстары лауреаты. Интернеттағы видеоларын ҡарап, аудиояҙмаларын тыңлап, ҡайһылай матур йырлай, тип үҙе менән яҡындан танышҡайным, ҡулынан килмәгән эше юҡ икән Ринаттың. Күҙ теймәһен: бик шәп егет үҫеп килә. Хәйер, яҙмышы ла үҙенсәлекле генә уның.

Шалҡан

Заманса әкиәт Бер көндө Бабай тракторы менән ер һөргән дә шалҡан сәскән. Уныһы ҙур булып үҫкән. Күпмелер ваҡыт үткәс, шалҡанды һөйрәп ҡарай, тик сығара алмай икән. Телефонын алған да Әбейенә шылтыратҡан. Ул мопеды менән «һә» тигәнсә килеп ет­кән. Былар эшкә икәүләп тотонған. Тарталар-тарталар, тик сығара алмайҙар. Шунан Әбей Ҡыҙына SMS яҙып ебәргән икән, уныһы инде …

Continue reading ‘Шалҡан’ »

Саҡыра гитара ҡылдары

Тәүге тапҡыр «Ҡош юлы»на әсәйем дуҫтары менән күрешеү өсөн алып барғайны. Беҙҙең районда уҙҙы был фестиваль. Ундағы серле мөхит арбаны. Ниңә балалар өсөн «Ҡош юлы» юҡ икән, тип уйлап өлгөрмәнем, был фестиваль тураһында иғлан сыҡты… Унда миңә лә ҡатнашыу бәхете тейҙе.

Сәхнәлә – «Осҡондар» театры

– Шул хәтлем дә килештерер­ҙәр икән! Бигерәк оҫта уйнайҙар! Илкәнәй мәктәбенең «Осҡондар» театр түңәрәге ҡуйған тамашаларҙы балалар ҙа, өлкәндәр ҙә бик ярата. Йәш артис­тарҙың сығышы көслө алҡыштарға күмелә. Ниндәй генә байрам булмаһын – 8 Мартмы, Еңеү байрамымы, Әсәйҙәр көнөмө – бер сараны ла ҡалдырмайҙар, түңәрәк етәксеһе Гөлдәр Шәмсетдинова апайҙары менән ниндәйҙер сәхнә әҫәре әҙерләп тә …

Continue reading ‘Сәхнәлә – «Осҡондар» театры’ »