Быҡтырылған ит

Итте hөйәгенән айырып алығыҙ ҙа артыҡ эре итмәйенсә турағыҙ. Кәрәгенсә тоҙ, борос, лавр япрағы hалып, бөтәhен бергә ҡушып, бутап ҡуйығыҙ. Ярты йәки бер литрлыҡ банкаларҙы таҙа итеп йыуығыҙ. 10 минут парҙа тотҡас, әҙерләнгән итте тултырып, ҡапҡастар менән нығытмайынса ғына ҡаплағыҙ.

Концерт менән тамамланыҡ

Ауыл мәҙәниәт йортонда Ғаилә йылын йомғаҡлап, Ташбулат мәктәбенең (директоры – Басир Зәйтүнов) уҡыусылары ата-әсәләр комитеты (рәйесе – Миңзәлә Абдуллина) менән берлектә, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Лилиә Солтанова етәкселегендә йөкмәткеле концерт ҡуйҙы. Төрлө кимәлдәге конкурс еңеүселәре бейеүҙәре, йырҙары менән, белем усағында эшләп килгән өлгөлө «Йәйғор», урта төркөмдөң «Шоңҡар» бейеү ансамблдәре (етәкселәре – Нәркәс Нурғәлина), башланғыс …

Continue reading ‘Концерт менән тамамланыҡ’ »

Пластилиндан – мөғжизә

Кемдер һүрәт төшөрөргә, шиғырҙар ижад итергә маһир булһа, мин пластилиндан төрлө әйберҙәр эшләргә яратам. Был шөғөлгә ҡасан ныҡлап тотондом һуң? Иҫкә төштө! Иң беренсе ҡамырҙан төрлө һындар әүәләнем. Беренсе эшем ҡулына сәскә тотоп торған ҡуян булды. Әсәйемдең печенье ҡамырынан эшләп, башҡа ризыҡтары менән бешерергә ултырттыҡ. Шулай тәүге эшем әҙер булды. Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ! Тик уны …

Continue reading ‘Пластилиндан – мөғжизә’ »

Кәйеф ҡырылырлыҡ булмаһын

Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәте иҫ китмәле матур һәм бай. Хәтфә болондары, ғорур ҡаялары, мәғрур тауҙары, йылғалары-күлдәре генә ни тора? Йәй көндәре беҙ ғаиләбеҙ менән ҡырҙа, саф һауала ял итергә яратабыҙ. Уҙған йәй каникул ваҡытында Торатау башына ла мендек. Унан бөтә тирә-яҡ ус төбөндәге кеүек кенә күренә.

Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар!

Бына сатнама һыуыҡтары менән ап-аҡ ҡыш килде. Көндәр һыуыныу менән ҡанатлы дуҫтарыбыҙға көн итеүе ауырлашты. Теремек турғайҙар ҙа, йылғыр сәпсектәр ҙә ем эҙләп, кешеләрҙән ярҙам һорағандай, сырҡылдаша.

Ҡыҙыҡлы парад

Беҙҙең гимназия Яңы йыл байрамын бик ихлас, дәртләнеп ҡаршы алды. Уҡыу бүлмәләренә барып инһәң, үҙеңде бер сихри донъяға эләккән кеүек хис итәһең: тәҙрәләрҙә аҡ ҡағыҙҙан яһалған төрлө-төрлө биҙәктәр, һындар, ҡар бөртөктәре, биҙәлгән шыршылар. Ә фойела төрлө материалдар­ҙан яһалған сусҡаларҙың ниндәйе генә юҡ ине! Һәр синыф уны үҙенсәлекле итеп эшләгән. Матур ғына сусҡалар парады килеп сыҡты.

Ҡабан йылында тыуған улар

Айһылыу Мөхәмәтшина, Илнар Сәхибгәрәев, Рената Гәрәева, Розалина Хөснөтдинова, Лилиә Шагаева, Алина Ғиззәтуллина – был балалар барыһы ла – «ҡабандар», йәғни Ҡабан йылында тыуғандар. Улар Дәүләкән районының Ҡыҙрас мәктәбендә V синыфта белем ала. Айһылыу менән Илнар «бишле»ләргә генә өлгәшһә, Лилиә менән Рената – «дүртле» һәм «бишле»ләргә. Алинаның бер генә «өслөһө» сыҡҡан. Розалина ла уларҙан ҡалышмаҫҡа тырыша. …

Continue reading ‘Ҡабан йылында тыуған улар’ »

Һай, үҙебеҙҙең бишенселәр!

Ҡабан йылында тыуғандар тырышлығы, сослоғо, ихтирамлығы менән айырылып тора. Алдарына ҡуйған маҡсаттарын тормошҡа ашыралар. Беҙҙең мәктәптең бишенсе синыфтары ла – тап шундайҙар. Тырыштар, әүҙемдәр үҙҙәре. Уҡыуҙа ла һис кенә һынатмайҙар. Улар араһында һәр яҡлап өлгөлө булғандар ҙа бар.

Уғатарҙар менән осрашыу

Һәр беребеҙ йәмғиәткә кәрәкле шәхес булып тәрбиәләнеп үҫергә тейеш. Баланың киләсәгенә иң беренсе ғаилә йоғонто яһаһа, икенсе сиратта – мәктәп. Был йәһәттән беҙҙә тәрбиәүи саралар күп уҙа. Мәктәп етәксеһе Ишморат Марат улы тарафынан ойошторолған мәргән уҡсылар менән осрашыу ҙа күңелгә хуш килде.