Телһөйәрҙәр бәйгеһе

Ҡышҡы каникул көндәрендә йыл һайын иң тәүгеләрҙән булып башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһы ойошторола. Баш ҡаланың Рәми Ғарипов исемендәге 1-се рес­публика башҡорт интернат-гимназияһында уҙғарылған быйылғы бәйгегә көсөн һынарға 300-гә яҡын уҡыусы килде. Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән дә милләттәштәребеҙҙең бер ҙә ҡатнашмай ҡалмауҙары һөйөндөрә. Илһөйәр, телһөйәр балалар өс турҙа үҙҙәрен күрһәтте. Башҡа йылдарға ҡарағанда, …

Continue reading ‘Телһөйәрҙәр бәйгеһе’ »

Яңы йылға шәп бүләк

Һаумыһығыҙ, «Йәншишмә» гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре! Миәкә районы Ҡаран-Ҡуңҡаҫ мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусыларынан һеҙгә ҡайнар сәләм. Хатығыҙҙы алып, бик ныҡ шатландыҡ. Рәхмәт инде ауылдашыбыҙ, яҙыусы Факил ағай Мырҙаҡаевҡа. Ул беҙҙең мәктәптең өс уҡыусыһына «Йәншишмә» гәзитен яҙҙырған. Яңы йыл алдынан был ифрат ҙур бүләк булды.

83 йәштә булһам да…

«Йәншишмә» – минең яратҡан гәзитем, ғүмер юлдашым. 38 йыл эш дәүерендә бер ваҡытта ла унан айырылғаным булманы. Бөгөн дә алдырам. Хеҙмәт юлым 1958 йылда Ҡыйғы районы Ҡәҙер мәктәбендә (хәҙер Дыуанға ҡарай) башланды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һәм пионер вожатыйы эшен йөкмәттеләр. Баштан уҡ уҡыусыларҙы гәзит менән ҡыҙыҡһындырырға тырыштым. Дәресте «Йәншишмә»гә («Башҡортостан пионеры») күҙәтеүҙән башланым. …

Continue reading ‘83 йәштә булһам да…’ »

Рината Жубатова

Уҡыған мәктәбең, синыфың: Ейәнсура районының Иҙелбәк мәктәбендә XI синыфта уҡыйым. Төрлө өлкәлә яулаған уңыштарың: 2017 йылда баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәтенән район кимәлендәге олимпиадала – еңеүсе, республика һәм Бөтә Рәсәй кимәлендә призёр булдым, былтыр тормош хәүеф­һеҙлеге нигеҙҙәренән – муниципаль этапта призлы урын, тарихтан еңеү яуланым. Уңышлы булыу серен нимәлә күрәһең? Тырышлыҡта, ялҡауланмай ғына уҡыуҙа.

Шыршы байрамында ҡатнашҡан

Йыл һайын республика Шыршы байрамында Күмертауҙан да балалар ҡатнаша. Был бәхет беҙҙең гимназиянан VIII «Б» синыфы уҡыу­сыһы Ғәли Торошевҡа йылмайҙы. Хәйбулла районында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән егет бында бишенсенән алып уҡый. Үҙе «дүртле», «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. 2016 йылда халыҡ-ара «Яңы дәрес» проектында математика буйынса интернет блиц-турнирында III дәрә­жә дипломға лайыҡ булды. Ә бишенселә …

Continue reading ‘Шыршы байрамында ҡатнашҡан’ »

Сура батыр

Батыр исемен Сура 1550 – 1552 йылдарҙа Ҡазанды урыҫ ғәскәрҙәренән яҡлап һуғышҡан осорҙа ала. Үҙе Тамъян ырыуы кешеһе була, ә уларҙың Оло Ҡыҙыл йылғаһы буйҙарына килеп урынлашыуҙарына яҡынса 470 йылдар самаһы бар.

Ҡыҙҙар ҙа ҡалышмай

Салауат Шәймөхәмәт улы Миңлеғәлин 40 йылдан артыҡ Ҡыҙрас мәктәбендә технология дәресен алып бара. Тәжрибәле уҡытыусы үҙенең бөтә белгәндәрен уҡыусыларына еткерергә тырыша. Элек, уҡыусылар күберәк ваҡытта, бында ҙур оҫтахана, төрлө станоктар бул­ған. Эштәре менән район, республика кимәлендә үткән конкурс­тарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып торғандар. Һынатмағандар. Түңәрәктә шөғөлләнеүселәр һаны егерменән дә кәм булмай. Хәҙер түңәрәк бөтөнләй эшләмәй. Ни өсөн …

Continue reading ‘Ҡыҙҙар ҙа ҡалышмай’ »

Матурлыҡтың юҡтыр сиктәре

Күҙ ҡамаштырырлыҡ был эштәрҙең барыһын да София Рюриковна Миняйлова үҙ ҡулдары менән башҡарған. Ул егерме йылдан артыҡ инде Межгорьелағы мәҙәниәт һәм ял итеү үҙәгендә эшләп килгән «Селтәр» түңәрәген етәкләй. Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа унда теләп йөрөй. Ошондай эшкә бер өйрәнеп алһаң, үҙе ни тора?! Матур итеп өйөңдө биҙәргә лә мөмкин, бүләккә лә шәп.

Кейеҙ баҫа Зүлиә

Кейеҙ баҫыу – халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән кәсебе. Ул әле лә онотолмай, киреһенсә, өйрәнергә теләүселәр һаны арт­ҡандан-арта ғына. Мәктәбебеҙҙең II синыф уҡыусыһы Зүлиә Мәжитова ла кейеҙ баҫыуҙың бар нес­кәлектәрен дә белә. Нәзифә еңгәһенең һарыҡ йөнөнән матур быймалар эшләгәнен күргәс, унда ла был шөғөлгә өйрәнеү теләге уяна. Башта ул кейеҙҙе экологик яҡтан ентекләп өйрәнә. Һарыҡ йөнөнән эшләнгән …

Continue reading ‘Кейеҙ баҫа Зүлиә’ »

Эсәктән бәлеш

Әле һуғымдар һуйылып, иттең мул сағы. Эсәк-ҡарын да ашалып бөтмәгәндер, моғайын. Ә уларҙан әҙерләнгән бәлештәр бигерәк тәмле була бит. Эшебеҙҙе эслек әҙерләүҙән башлайыҡ. Сөнки ул апаруҡ ҡына ваҡытты ала. Һыйыр йәки ат эсәктәрен һәм ҡартаһын башта ныҡлап йыуығыҙ. 30 – 40 сантиметр оҙонлоҡта ҡырҡығыҙ ҙа һәр киҫәген әйләндереп, һыуын алмаштыра-алмаштыра, 8 – 12 сәғәт ебетегеҙ. …

Continue reading ‘Эсәктән бәлеш’ »