Беҙҙең лауреаттар

Гәзит сығарыу бер кешенең генә хеҙмәте түгел. Уны күмәкләп, уҡыусыларыбыҙ менән бергәләп әҙерләйбеҙ. Ошо уңайҙан өлкән авторҙарыбыҙ – Айгөл Йәһүҙина, Илзирә Ғарифуллина, Любовь Оснач, Сәлиә Әхмәтшина, Элеонора Сәйетгәрәева (Өфө), Флүрә Шакирова (Белорет), Райхана Булатоваларға (Баймаҡ) оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. «Йәншишмә»не алдырып уҡығандарға был исемдәр, әлбиттә, таныш. Улар – барыһы ла китапхана хеҙмәткәрҙәре һәм йыл буйына әүҙем …

Continue reading ‘Беҙҙең лауреаттар’ »

Эстафетаны Зәлиә ҡабул итте

2018 йылда әүҙем яҙышҡаны өсөн «Йәншишмә» гәзитенең Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге премияһына Зәлиә Алтынбаева лайыҡ булды Гәзитебеҙ булдырған Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге премияға былтыр Бөрйән районының Байназар мәктәбенән Сәлимә Дәүләтшина лайыҡ булғайны. Эстафетаны ул ауылдашы Зәлиә Алтынбаеваға тапшырған кеүек килеп сыҡты. Әйткәндәй, бик тырыш, егәрле ҡыҙ. Йыл әйләнәһенә төрлө темаға яҙылған матур йөкмәткеле хаттарҙы яуҙырҙы ғына.

Велосипед – Хәйбулланан Айтуғанға!

Бына, дуҫтар, өр-яңы йылда һеҙҙең менән тағы осраштыҡ. Беҙҙең менән бергә ҡалыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! 2019 йылға «Йәншишмә»гә яҙылыусылар араһында отош уйыны ойоштор­ғайныҡ. Вәғәҙә иткәнебеҙсә, төп бүләк велосипед ине! Уны оторға теләп, квитанцияларын ебәреүселәр күп булды. Уйынды Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы, яратҡан йырсыбыҙ Искәндәр Ғәзизов менән бергә күңелле итеп үткәрҙек.

Гәзит менән күңеллерәк!

Баймаҡ районы Кәрешкә мәктәбенең V һәм VII синыф уҡыусылары «Йәншиш­мә»гә – синыф менән!» акцияһына дәррәү ҡушылды. Бөтәһе – 22 уҡыусы. Татлыбай, Әбдрәхмән ауылдарынан йөрөп уҡыу­сылар бар. Беҙҙең балалар һәр эштә бер-береһенә ярҙамсылдар, бер ғаилә кеүек татыуҙар. Уҡыуҙа ла, олимпиадаларҙа һәм төрлө конкурстарҙа ла уҡыусыларым бер ҙә һынатмай. Йыр, бейеүгә лә бик әүәҫтәр. Яңы йылды яратҡан …

Continue reading ‘Гәзит менән күңеллерәк!’ »

Гәрәбаш ауылы

Һәр каникулды көтөп алам, сөнки гелән генә әсәйемдең ауылына ҡунаҡҡа ҡайтабыҙ. Ул Тәтешле районының Гәрәбаш ауыланан. Был яҡтың тәбиғәте ғәжәйеп матур. Ауылдың барлыҡҡа килеү тарихы 1680 йылдарға барып тоташа.

Бал ҡортондай тырыш егет

«Бөрйән бал ҡорттары ниндәй үҫемлектәрҙән бал йыя?» Ошолай тип атаны үҙенең ғилми-тикшеренеү эшен Ғаян Ишмөхәмәтов. 15 минутлыҡ сығышын видеорәттәр, фотолар менән аралаштырҙы. Былтыр башлағайны күҙәтеүҙәрен. Үҙҙәре йәшәгән Ғәлиәкбәр ауылынан 10 саҡрым самаһы алыҫлыҡта ятҡан Оло Кәбәс яғында улар­ҙың умарталыҡтары бар. Ишембай районына табан илткән боронғо юлда урынлашҡан. Атаһы Ғәлимйән менән бергә барып ҡарап йөрөнөләр. Ағайҙары …

Continue reading ‘Бал ҡортондай тырыш егет’ »

Ир ҡанаты ат була

Мәктәбебеҙҙә өсөнсө йыл инде күп йүнәлеш­ле «Любизар» хәрби-патриотик клубы эш­ләп килә. Егеттәрҙе әр­ме сафына әҙерләү, уҡ атыу, хәүефһеҙ тормош, кикбоксинг түңәрәктә­ре бар. Шулай уҡ йыл­ҡы көтәбеҙ. Беҙҙе мил­ли рухта тәрбиәләргә ты­рыша­лар. Мәктәбебеҙҙең аттары фермер Рушан ағай Салауатов ҡарамағында. Уларҙы «ат ене ҡағылған» көтөүсе Рәхимйән олатай Ҡарағолов ҡарай.

Башҡортса атамаһын да беләйек!

Ер йөҙөндә тәүге төп тереклектәрҙең береһе үҫемлек булыуы бәхәсһеҙ. Урта быуаттарҙағы данлыҡлы табип Парацельс: «Бөтөн донъя – дарыухана, ә Хоҙай Тәғәлә – фармацевт, Ер шарының бер генә төбәгендә лә дарыу үләндәренең шифаһы менән файҙаланмаған халыҡтар юҡ», – тигән. Башҡортостан иһә – планетабыҙҙың шифалы үҫемлектәргә иң бай төбәктәренең береһе. Республикабыҙҙа өс мең төрө үҫә, уларҙың ҡап …

Continue reading ‘Башҡортса атамаһын да беләйек!’ »

Йолаларға һөйөү тәрбиәләп

Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында халҡыбыҙҙың йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү тәрбиәләгән әһәмиәтле сараларҙың йыш уҙғарылыуы ҡыуаныслы. Шундайҙарҙың береһе «Рухлы ғаилә – ил ҡото» тип аталды. Ул Ғаилә йылына, Туған телдәр көнөнә, Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына 130 йыл тулыуға, Башҡортостандың 100 йыллығына арналды.

Әсәм теле – сәсән теле

Мәктәбебеҙҙә «Әсәм теле – сәсән теле» тигән айлыҡ үтте. Уҡыу­сылар үҙҙәренең белемен төрлө яҡлап һынаны. «Иң матур яҙыу» тип аталған конкурста башланғыс синыфтарҙан Нургиз Исҡужин менән Элина Иштәкбаева еңеүсе булһа, урта синыфтарҙан Гүзәлиә Илембәтова иң-иңе тип табылды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадала II си­ныф уҡыусыһы Камила Ҡадае­ва иң күп мәрәй йыйҙы. Туғыҙынсынан Илгенә Ғиләжева …

Continue reading ‘Әсәм теле – сәсән теле’ »